+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
24 Апрель 2022, 17:00

Әсәлек капиталы

“Мин һине яратам!” – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү, әлбиттә, кү­ңелле, ә банкомат тр-р-р-р-р-р тип аҡса һанағанды ише­теү тағы ла күңеллерәк. ***

Әсәлек капиталы
Әсәлек капиталы

Рәсәйҙә ни генә булмаһын, хаҡтар күтәрелә. Донъяла ни генә булмаһын, шулай уҡ Рәсәйҙә хаҡтарҙы күтәрәләр.
***
– Ҡара әле, һин яңыраҡ ма­шинаңды яңырттың, хәҙер кроссовер. Аҡсаны ҡайҙан алаһың?
– Әсәлек капиталы ярҙам итте.
– Туҡта, туҡта, һин бер йыл элек фатирыңды киңәйттең, әсәлек капиталы менән иҫәп­ләштем, тинең. Күҙгә ҡарап алдашаһың, етмәһә, дуҫ булып йөрөйһөң. Әллә мине иҫәүән тип уйлайһыңмы?
– Алдашмайым, минең әсә­йем бай.
***
Байыйым ғына тиһәң, йә квартплата түләргә кәрәк, йә туфли тишелеп сыға.
***
Хөкүмәт эшселәрҙе йыл һайын наркологта һәм пси­хиатрҙа тикшертергә йыйына. Күрәһең, айыҡ һәм үҙ аҡы­лындағы кешеләр бындай хеҙмәт хаҡына эшләмәй, тип иҫәпләйҙәрҙер.
***
Тығындар һәм авариялар әҙерәк булһын өсөн, свето­форҙар ҡуйыуҙы уйлап тап­ҡандар, ләкин беҙҙә генә улар­ҙы тығындар һәм авариялар күберәк булырлыҡ итеп ҡуя­лар.
***
– Элек түләүһеҙ белем алыу һәм түләүһеҙ медицина бар ине. Ә хәҙер?
– Түләүһеҙ эш.
***
Рәсәйҙә сәләмәт тормош рәүешен дәртләндереү өсөн витаминдар, минералдар һәм файҙалы микроэлементтар ҡушылған араҡы сығарыу яйға һалынған.

Коррупцияға ҡаршы көрәш сиктәрендә ришүәттәр прейскуранты булдырыу тураһын­да ҡарар ҡабул ителгән. Беренсе булып прейскурант тө­ҙөү өсөн ришүәт күләме бил­дәләнгән.
***
Эсмәүсе, тартмаусы, белемле, закондарҙы боҙмаусы, эш һөйөүсән – дәүләт өсөн идеал кеше. Ул – робот.
***
– Бына миңә утыҙ, үҙемде һаман ун һигеҙ йәшлек кеүек тоям.
– Элеккесә көр күңелле, көс-ҡеүәтең ташып тора, тәкәб­берһеңме?
– Элеккесә торлаҡһыҙ, аҡ­саһыҙ, эшһеҙ…
***
Хөкүмәт, рәсәйҙәрҙең килеме арта башланы, тип бел­дерҙе. Үҙемдең килемде иҫәп­ләп ҡараным, баҡһаң, мин Рәсәй кешеһе түгелмен икән.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: