– Сиртһәң, ҡаның сығырға тора, ә үҙең хәйер һорайһың. Эшләп ҡараманыңмы?
– Мин эштән һуң бит…
***
– Рәсәйҙә урлашмаусы чиновниктар бармы?
– Әлбиттә, бар, улар төрмәлә ултыра.
***
Юғары белем – эшһеҙҙәр армияһын тулыландырыу өсөн биш йыл буйы дипломға сиратта тороу ул.
***
Закон бөтәһе өсөн дә бер, тик статьялар ғына төрлөсә.
***
Тәмәжниктәр, алкаштар, автомобилселәр – иң бай кешеләр. Хаҡтарҙы күпме генә күтәрмә, улар барыбер көйрәтә, эсә һәм машиналарҙа елдерә.
***
Халыҡ зарланһа ла донъя барыбер яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Хәҙер кешеләр магазинға ингәндә һаулыҡ һораша, ә мин бәләкәй саҡта “Кем һуңғы?” тип белешәләр ине.
***
– Һин шыр наҙан!
– Мин? Белгең килһә, минең өс белемем бар!
– Йә, ярай… Ниндәйҙәр?
– Мәктәпкәсә, башланғыс, тамамланмаған урта!
***
– Һеҙ был дарыуҙарҙы ғүмерегеҙҙең аҙағына тиклем ҡабул итергә тейешһегеҙ.
– Доктор, бында, ике ай ҡабул итергә, тип яҙылған бит.
– Ә мин ни тинем?..
***
Британия ғалимдары сысҡандарҙы ҡартайыуҙан һаҡлаусы дарыу уйлап табып, бик уңышлы һынаған: бер генә сысҡан да ҡартайғансы йәшәй алмаған. Дарыу менән Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үтә ныҡ ҡыҙыҡһынған.
***
Достоевский Раскольников йөҙөндә элек микрозаем ойошмалары менән нисек эш итеүҙәрен күрһәткән.
***
Йондоҙнамәләр уҡырға яратам. Был минең кеҫә тулы аҡсам, төрлө илдәргә сәйәхәт иткән һәм идеал мөнәсәбәттәр булған берҙән-бер урын.
***
– 300 грамм сыр үлсәгеҙ әле.
– 500 һум.
– Ни өсөн ҡиммәт?
– Буш сыр сысҡан тотҡоста ғына була.
– Улайһа, сырҙы сысҡан тотҡосҡа төрөп бирегеҙ.
***
Йыш ҡына эштә минең арттан әсәйем йәки тәрбиәсе килеп, Ғәли, һине алырға килгәндәр, тип әйтһен ине, тип хыялланам. Ә мин коллегаларыма телемде күрһәтеп, әсәйемде етәкләп, һикерәңләй-һикерәңләй ҡайтып китер инем.
***
Бер ир яр буйлап “Ҡәбәхәт!” тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгерә.
– Һин ниңә ҡысҡыраһың? – тип һорай балыҡсылар.
– Алтын балыҡ тотҡас, мин унан ҡыҙыл “Феррари” һораным. Машина ана тора, балыҡты ебәрҙем, ә документтар араһынан 700 мең долларға килешеү таптым!
***
Ата-бабаларыбыҙ фашизмға ҡаршы коррупцияға ҡаршы көрәшкән кеүек көрәшһә, Бөйөк Ватан һуғышы әле лә дауам итер ине.