***
Тормошомдағы иң бәхетле көндәр өсөн мин диңгеҙгә бурыслымын.
– Аңламаным. Һин унда бер ҡасан да булғаның юҡ та баһа!
– Мин – юҡ, ә ҡатыным йыл да отпускыһын унда үткәрә.
***
– Бөгөн табипҡа барғым килмәй.
– Барма һуң. Сирләнем, тип әйт.
***
Йүгергәндә ултырғысҡа эләгеп йығылғас: “Кем ғәйепле?” – тигән һорауға биш йәшлек малай: “Ултырғыс!” – тип яуап бирә, ун ике йәшлектәгеһенең яуабы: “Малай!”, ир ҡорона ингәс, бисәһенә: “Хайуан, ниңә ултырғысты бында ҡуйҙың?” – тип аҡыра.
***
Автобус. Яңғыҙы ултырған моңһоу, арыған ҡатынға ир мөрәжәғәт итә:
– Dode pa?
Ҡатындың башына уй төшә: француз! Уның тормошондағы ысын француз! Эс бошорғос тормоштан ҡотолам! Рәсәй ирҙәре, хоккейҙарығыҙ, балыҡҡа йөрөүҙәрегеҙ, теләһә ҡайҙа ташлаған нәскиҙәрегеҙ менән хушығыҙ! Хәҙер Эйфел башняһы янында шампан, танго, ҡояш һәм аҡ диңгеҙ ҡомо буласаҡ. Әлбиттә, “Шанель!” Ләкин ни типтер яуап бирергә кәрәк тә баһа.
– Пардон, мсье! Кес ке се?
– Мин, автобус депоға тиклем барамы, тип һорайым.
***
Малай бер йәшлек ҡустыһының үҙе генә белгән телдә туҡтауһыҙ бытылдауын тыңлап тора ла һорау бирә:
– Әсәй, һин уның башҡорт икәненә ышанаһыңмы?
***
Ҡайһы берҙә шулай була: иртән йоҡонан торғас, тауҙы урынынан күсерге килә. Шунан икенсе яғыңа әйләнеп ятаһың – әлегә тора бирһен. Ниңә тәбиғәтте тағы бер мәртәбә маҙаһыҙларға?
);)
Мөйөшкә баҫтырып ҡуйылған ете йәшлек ҡыҙ һорай:
– Әсәй, һин миңә дөрөҫ яза бирмәүеңде беләһеңме?
– Юҡ!
– Юҡҡа! Күҙ алдыңа килтер: мөйөштә баҫып торған бала ата-әсәһе тураһында насар уйлай. Был һиңә кәрәкме?
***
Бер әбей ҡала поликлиникаһына бара. Табипҡа инә, ә тегеһе уға күтәрелеп тә ҡарамай һорай:
– ФИО?
– Э-э-э… нимә тинең?
– ФИО?
– Аңламаным.
– Фамилияң, исемең, атайыңдың исеме?
– Э-э-э… аңланым. ФИЛ.
– Нимә?
– Фәйзуллина Илһөйәр Латиповна!
***
Мин һине бер ваҡытта ла алдаманым. Арттырып һөйләнем, әйтеп бөтөрмәнем, хәйлә ҡорҙом, яуаптан ҡастым, ҡыландым, хыялға бирелдем. Был – дөрөҫ. Ләкин бер ҡасан да алдашманым!
***
– Йәй көнө тәбиғәттә шул тиклем рәхәт: үлән еҫе аңҡый, ҡоштар сутылдаша, йылғалар сылтырай! Ә шашлыҡ һуң, шашлыҡ, ашап туйып булмай!
– Һинең прогул тураһындағы аңлатмаң нисектер сәйер…
***
– Мин кисә һеҙҙең ишек алдында бейегәнегеҙҙе күрҙем. Байрам инеме әллә?
– Юҡ... Олатайым умарта ауҙарҙы...
***
Бер ир магазин директорына килә лә шунда уҡ ҡысҡыра башлай.
– Нимә был? Мин ялыу яҙасаҡмын! Һеҙ ни өсөн халыҡты алдайһығыҙ?
Ҡурҡыуға төшкән директор шым ғына һорай:
– Ни булды?
– Һеҙ һатҡан кер йыуыу порошогына ни тип яҙылған? Унда, 100 грамм артыҡ, тип яҙылған! Һатып алдым, өйгә алып ҡайттым, астым – ә унда порошок ҡына!