***
– Ғәли, һинең профессиональ байрамың ҡасан?
– 8 августа – Офтальмологтар көнө, 13 августа – Төҙөүселәр көнө.
– Кем булып эшләйһең?
– Ишектәргә күҙ һалам.
***
Шашлыҡта.
– Мин сусҡа ите ашамайым, ә һыйыр итен ашайым.
– Бер литр араҡынан һуң теләһә ниндәй сусҡа ите һыйырҙыҡына әйләнә.
***
Балаға исем һайлағанда иң ҡыҙығы шунда: баҡтиһәң, донъяла һин күрә алмаған кешеләр күп икән.
***
– Әсәй! Әсә-ә-әй!
– Ни булды?
– Мине өйгә ҡыуып ҡайтар, аяғымды еүешләнем!
– Үҙең дә ҡайтыр инең әле, шуның өсөн ҡысҡыраларҙыр шул.
– Үҙем урамда йөрөп туйманым әле.
***
Самолеттарҙың хәүефһеҙ осоуы – уйҙырма ул. Ҡасан да булһа ҡарт стюардессаларҙы күргәнегеҙ бармы?
***
– Тормошта мәңгелек бер нәмә лә юҡ.
– Дөрөҫ түгел. Бына, мәҫәлән, һин тыуҙың, шунан балалар баҡсаһы, шунан мәктәп, шунан университет бөтөрҙөң, эшләй башланың, шунан өйләндең һәм балаларың менән урамда йөрөргә сығаһың, ә подъезд төбөндә шул уҡ әбейҙәр…
***
Ял итергә теләйем. Йәшел үләнгә ятып, ҡояшҡа ҡарарға… Шашлыҡ ашарға саҡырғансы, оҙаҡ итеп ятырға ла ятырға…
***
“Хоҙайға тапшырып башлайбыҙ!” – тип әйтә торғайны беҙҙең фәнни атеизм уҡытыусыһы университетта.
***
– Осрашып йөрөгән ҡыҙыма тәҡдим яһарға ҡурҡам.
– Баш тартыр тиһеңме ни?
– Юҡ, ризалашыр, тип ҡурҡам.
***
– Иҫәүән!
– Кешегә иҫәүән тип әйтергә ярамай.
– Кешегә ярамай, ә иҫәүәнгә ярай.
***
– Әсәкәйем, мин үҫкәс, ирем булырмы?
– Әгәр аҡыллы һәм һәйбәт булып үҫһәң, булыр.
– Ә насар һәм иҫәр булып үҫһәм?
– Ул саҡта ирҙәрең бер нисә булыр.
***
Йәш ҡатын подъезд янында коляскала имсәк балаһы тирбәтә. Эргәһенән үтеп барған танышы бәпесте иғтибар менән ҡарағас:
– Бына һиңә кәрәк булһа! Иреңә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған! – ти.
Ҡатын (уйсан ғына):
– Өсөнсө ҡаттағы күршем ҡарап тороуымды үтенгәйне…
***
Коллегаларыма, минең игеҙәк һыңарым бар, тинем. Урамда осрап, һаулыҡ һорашмаһам, мин тип уйламаһындар өсөн.
***
– Балағыҙҙы мәктәпкә әҙерләнегеҙме әле?
– Эйе, көндәлек, ҡайыш һатып алдыҡ.
***
Мәктәп уҡыусылары институтта яҡшы тип уйлай, ләкин студенттар ғына балалар баҡсаһында тағы ла яҡшыраҡ икәнен белә.
***
– Һин ҡырыныу менән йыш шөғөлләнәһеңме?
– Көнөнә 15 – 20 тапҡыр.
– Аҡылдан яҙҙыңмы әллә?
– Юҡ, мин парикмахер.
***
– Мине бала саҡтан, әгәр паспортыңды юғалтһаң, һинең исемгә кредит алалар, өйләндерәләр һәм ҡоллоҡҡа һаталар, тип ҡурҡыттылар.
– Минең менән тап шулай булды, тик мин паспортымды юғалтманым.
***
Минең ҡайным бөтә ҡаланы белә, бөтә ҡала уны белә. Ул элек айнытҡыс начальнигы булып эшләгән.