– Рядовой Мөслимов! Һеҙ командирығыҙҙы “алйот” тип атанығыҙмы?
– Юҡ, иптәш полковник! Хәрби серҙе сисергә ярамай!
***
Эштән арып ҡайтҡан атаһын балалары: “Атай! Атай! Әйҙә, уйнайыҡ!” – тип ҡаңғырта икән.
– Әйҙәгеҙ улайһа, “Мавзолей” уйыны уйнайбыҙ. Мин – Ленин, ә һеҙ – һаҡсылар.
***
Уҡытыусы ауырып киткән, Вәлигә уның хәлен белеп килергә ҡушалар.
– Тә-әк, эштәр бик хөрт. Иртәгә апайыбыҙ уҡытырға сыға! – ти икән Вәли көрһөнөп.
***
Яңы йылда кешесә йәшәй башлайым тигәйнем, тағы ла хайуан йылы килә икән.
***
Трамвайҙа:
– Малай, һеҙҙе мәктәптә ололарға урын бирергә өйрәтмәйҙәрме ни?
– Беҙ әле каникулда.
***
Вәли, ҙурайғас кем булаһың?
– Миллионер.
– Ә һин, Ғәли?
– Рэкетир, әлбиттә! Вәли нисек миллионер булһын атыу?.
***
Уҡытыусы:
– Сәғит, ни эшләп диктантты ныҡ хаталы итеп яҙҙың?
– Ә диктантты кем хаталы уҡыны һуң?
***
Атаһы яңы ҡатын алып ҡайтҡан да, улына әйтә, ти:
– Был ҡатын һиңә әсәй ҙә, инәй ҙә түгел. Апай була.
Бер көн атай менән ул өй башын йүнәтеп йөрөй икән. Өй башында торған малай атаһына ҡысҡыра:
– Еҙнәәә, сөй алып бир әле!
***
Бер ҡарт бабай эскәмйәлә китап уҡып ултыра, ти. Эргәһенә күрше килә лә, ҡыҙыҡһынып:
– Ниндәй китап уҡыйһың, бабай? – тип һорай.
– Тарих.
– Ниңә алдашаһың ул, был бит ғишыҡ-мишыҡ тураһында китап!
– Минең өсөн ғишыҡ-мишыҡ хәҙер – тарих инде!
***
– Сәлим, ниңә математиканан уҡытыусы апай менән физруктың үбешкәнен күргәс, кешегә һөйләп бөттөң?
– Һуң, уҡытыусы үҙе әйтте бит: “Тағы кешеләргә һөйлә, йәме!” – тине.