-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
7 Май 2022, 13:30

Ике ҡулымды күтәрәм

– Урыҫтар – шәфҡәтле!– Иҫбат ит.– Һуғышта немецтарҙың ба­ры­һы ла яуыз булған: “Тигр”, “Пантера”, ә урыҫтарҙың шәф­ҡәтле – “Катюша”.

Ике ҡулымды күтәрәм
Ике ҡулымды күтәрәм

***
– Олатай, олатай! Өләсәй һин һуғышта ике самолетты бәреп төшөргәнһең, тип һөй­ләй. Шул дөрөҫмө?
– Бигүк дөрөҫ түгел, ә яғыулыҡ һалып еткермәнем.

***
– Хөрмәтле Мюллер, һеҙҙе 9 Май байрамы менән ҡот­лайым!
Штирлиц 9 Майҙың бер айҙан һуң ғына булыуын онотҡан. Был уны ҡот­ҡарған да инде.

***
– Ганс, һин офицерҙы нисек сәләмләйһең?
– Немецтыҡы булһа – бер, советтыҡы булһа ике ҡулымды күтәрәм.

***
Бер башҡорт ниместәр­гә әсиргә төшкән. Нимес быға:
– Шнель, шнель, арбайтен! – ти икән.
– Шинелем юк, фуфайка кәрәкме? – ти икән башҡорт.

***
Еңеү көнө алдынан элекке кавалерист Мансур бабай арыу ғына төшөрөп алғас һөйләй:
– Үәт, беҙ һуғыштыҡ, исма­һам! Хәтеремдә: бер мәл не­мецтарҙың ротаһына тап бул­дыҡ. Ҡылыс менән уңлы-һуллы һелтәнеп, тегеләрҙе күҙ асып йомған арала ергә һуҙып һалдыҡ. Шул ҡәҙәр ҡыҙғанбыҙ, тағы ла ярты гектар урманды сабып ташлағанбыҙ!

***
Л. И. Брежнев Көнбайыш журналистарының һорауҙа­рына яуап бирә.
– Һеҙ Икенсе бөтә донъя һуғышы фронттарында һу­ғыш­тығыҙмы? Әгәр һуғыш­һағыҙ, берәй ваҡиғаны хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле.
– Эйе, һуғыштым. Был хәл 1942 йылда булды. Блиндажда сәйәси әңгәмә уҡый инем. Көтмәгәндә блиндажға немец грана­таһы осоп инде. Миңә... һм... әжәл килде, тип уйланым. Ләкин совет халҡы һәм социалистик дәүләт “Юҡ!” тине, граната кире осоп сығып кит

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: