+14 °С
Облачно
Көләмәстәр
7 Мая 2022, 06:00

Ир менән ҡатын

Ғаиләлә ҡатын тылмас һы­маҡ: иҫерек мығырлауҙы һәм балалар ләпелдәүен аңлай.

Ир менән ҡатынИр менән ҡатын
Ир менән ҡатын

***
– Ҡатыныңдың нисек аҡыл­дан шашыуы тураһында һөйлә­геҙ.
– Беҙ тауҙарҙа сәйәхәт иттек. Унда шаңдау һәйбәт. Ләкин ҡатыным һуңғы һүҙ һәр ваҡыт үҙендә булыуға күнеккән.
***
Улар ҡосаҡлашып илашҡан. Бер-береһен бик оҙаҡ ебәрмәгә­ндәр. Ир – командировкаға, ә ҡатын әсәһенә киткән. Осрашыу тағы ла тәьҫирлерәк булған: юлдары пляжда… Мысырҙа киҫеш­кән.
***
Эсмәгән, тартмаған, тоғро, хәстәрлекле, эшләүсе ир – Уссурий юлбарыҫы кеүек ул! Бар һымаҡ, ләкин берәү ҙә күрмә­гән…
***
Ҡатын:
– Ҡәҙерлем, эштә беҙ­гә за­рарлылыҡ өсөн 15 процент өҫ­тәмә түлә­йәсәктәр.
Ир:
– Һин унда ла ба­рыһының йәненә тейә­һеңме ни?
***
– Ниндәй тәмле салат, ҡә­ҙерлем! Үҙең һатып алдыңмы?
**
– Психолог булараҡ психо­логҡа кәңәш бир әле: ирем этемде яратмай, ни эшләргә?
– Һин һайлай алаһың: ағыу бир йә һыуға батыр.
– Кемде?
– Һин һайлай алаһың.
***
Бер ир магазинда артына боролоп ҡарамайынса ғына емеш-еләк ала:
– Һиңә алма кәрәкме?
– Эйе.
– Банан да алырғамы?
– Ыһы.
– Мин үҙемә бер шешә араҡы алам, ни тиһәң дә йома, яраймы?
– Быныһын мин әйтә алмайым. Ҡатынығыҙ биш минут элек колбаса бүлегенә китте.
***
Ысын ир-егет ашағандан һуң артынан бысраҡ һауыт-һаба ҡалдырмай: картуф менән кәтлитте табанан ашай, ә ашты кәстрүлдән эсә.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас