***
Беҙҙең районда «Хыял» магазины бар, унда хатта мөҙҙәте сыҡҡан аҙыҡ-түлек тә хыялға аша.
***
Йөҙ йәше тулған көндә юбиляр участка табибына:
– Мин һеҙгә шул тиклем өйрәндем! Әгәр һеҙ, Аллам һаҡлаһын, үлә ҡалһағыҙ, минең турала кем хәстәрлек күрер икән?!
***
– Ҡатыным Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.
– Нисек?
– Минең паспортыма, ғаилә хәле бүлегенә.
***
Ҡатын өйөнә шылтырата. Трубканы ире ала:
– Алло!
– Кәли, бөгөн беҙгә берәй иҫәр ҡатын шылтыратманымы?
– Юҡ, ҡәҙерлем, һин беренсе булып шылтыраттың.
***
Дуҫтарыма минән аҡса ғына кәрәк, тип уйлайым йыш ҡына, шунан тынысланам, сөнки минең аҡсам да, дуҫтарым да юҡ.
***
Ир менән ҡатын обой йәбештерә. Ир:
– Һөйөклөм, әйҙә, был эш менән балыҡтар һымаҡ шөғөлләнәбеҙ.
– Улай нисек була, ҡәҙерлем?
– Өндәшмәйенсә.
***
– Һин аҡыллымы?
– Аҡыллы!
– Аҡылы булған ниндәй оло кеше тәбейәнән һалдаттар яһап, уларға звание бирә?
– Мин шаярам.
– Ысынмы? Улайһа, ярай. Әгәр мин анауһын ашаһам?
– Полковникка теймә, был һалдаттарҙың абруйын төшөрә.
***
Ышанысыңды юғалттыңмы? Был – ҡурҡыныс. Башҡа кеше табып, һиңә хужа булыуы ихтимал.
***
Иртән ҡатыным тағы ла: «Нәскиҙәрең теләһә ҡайҙа ята!» – тип мыжыны. Уға нисә тапҡыр аңлатырға икән: «Улар теләһә ҡайҙа ятмай, ә мине көтә!»
***
Бер ир, аяғы ауыртҡас, табипҡа бара. Табип ауыртҡан аяҡты ҡарағас:
– Икенсеһен дә күрһәтегеҙ, – ти.
– Күрһәтмәйем! – Ир ҡурҡҡан.
– Ниңә? – тип ҡыҙыҡһынған табип.
– Икенсе аяғымды ла күрһәтергә кәрәк булырын белгән булһам, уныһын да йыуыр инем.
***
Ҡатыным тырнаҡтарын төрлө төҫтәргә буяһа – төҫтәр менән уйнау, был – ҡыҙыҡ һәм матур. Ә мин ике төрлө нәскиҙә йөрөһәм, мин – аңра.
***
Әбейҙәр, әйтегеҙ әле, иртән етелә автобустағы бөтә урындарҙы ла биләп, ниндәй эшкә йөрөйһөгөҙ ул?
***
Минең Wi=Fi көтмәгәндә эшләүҙән туҡтаны. Күршеләрҙең интернет өсөн түләмәгәндәрен белдем. Шундай яуапһыҙ кешеләр ҙә булыр икән?
***
Миңә элекке эшем оҡшай ине, әммә ҡатыным, ғүмер буйы диван шоферы булып эшләү мөмкин түгел, тине.
***
– Һылыу, телефоның ниндәй?
– Айфон.
– Юҡ, мин номерын күҙ уңында тотам.
– Федераль.
– Юҡ, һандары ниндәй?
– Ғәрәпсә.
***
Статистика буйынса, туйҙағы иң оҙон тостар: «Мин, әлбиттә, оҙаҡ һөйләй белмәйем», – тигән һүҙҙәр менән башлана.
***
Ике дуҫ автобус туҡталышында осраша.
– Сәләм! Һине күптән күргәнем юҡ. Өйләндеңме әле?
– Юҡ.