***
– Электрон хөкүмәт ҡәҙимгеһенән нимә менән айырыла?
– Сираттар, ҡағыҙ волокитаһы һәм чиновниктарҙың башбаштаҡлығы серверҙарға артыҡ көс төшөү, программа хаталары һәм системаның боҙолоуы менән алмашынған.
***
Табип, һеҙ сирләһәгеҙ, табыш ала.
Юрисҡа һеҙ бәләгә тарыһағыҙ һәйбәт.
Автослесарь, машинағыҙ ватылһа, ҡыуана.
Тик ҡараҡ ҡына һеҙгә ысын күңелдән байлыҡ һәм сәскә атыу теләй.
***
Ҡуңыҙ булыу һәйбәт. Тиреҫкә инәһең дә тыныс ҡына йәшәйһең. Бер ниндәй ҙә ипотека кәрәкмәй.
***
Бәләкәй пенсия алған өләсәй ейәндәре һәйбәт итеп ашағанда бөтөнләй ҡыуанмай.
***
Беҙ нисек урлайбыҙ – коммерция сере.
Беҙҙән нисек урлайҙар – дәүләт сере.
***
– Шаһит, һеҙ хөкөмгә тарттырылыусыны һәйбәт беләһегеҙме?
– Эйе. Беҙ банкта бергә эшләнек.
– Был ҡасан булды?
– Ике ай элек. Иртәнге дүрттәр тирәһендә.
***
Түрәне хеҙмәт буйынса үрләтәләр. Бүлеккә хушлашырға инә:
– Барыһы өсөн дә рәхмәт, егеттәр! Бында минһеҙ ни эшләрһегеҙ икән? Һеҙҙе хатта ҡыҙғанам! Һеҙгә минең урынға бер иҫәрҙе ҡуйһалар…
Борсоулы тауыш ишетелә:
– Тағы ла иҫәрҙе ебәрәләр…
***
Ваҡыт, әлбиттә, дауалай, ләкин барыһының да һөҙөмтәләрҙе көтөргә ваҡыты етмәй.
***
Математик мәсьәлә. Бер ике килограмлы гер 1 килограмм 750 грамм тарта, ә икенсеһе – 50 грамға кәмерәк. Һатыусының нисә һаҡлыҡ кенәгәһе бар?
***
– Ҡәһүә – ҡара үлем, шәкәр – аҡ үлем, ит – һимеҙ үлем, тиҙәр. Ас тороу ғына файҙалы.
– Ошонан һуң хөкүмәт кешеләр тураһында хәстәрлек күрмәй, тип ышандырмаҡсыһығыҙмы?
***
Нисауа, минең урамға ла шәхси тормош һәм юғары эш хаҡы тейәгән машина боролор әле.
***
“Класташтар”ҙа балалыҡ дуҫымды таптым. Газ, күмер, урман, металл һатам, тип һөйләне. Яңыраҡ шылтыратып, көтәсәккә 500 тәңкә һораны.
– 500 тәңкә?! Һин бит олигарх!
– Мин ниндәй олигарх булайым… Оло юл буйындағы “Бөтәһе лә шашлыҡ өсөн” магазинында эшләйем. Утын, мангалдар, тоҡло күмер, ут тоҡандырыу өсөн газ…