Түләүле поликлиниканың элекке табибы военкоматҡа эшкә урынлашҡан. Бер аҙнанан ҡыуғандар, сөнки бөтә призывниктар ҙа ауыр сирлегә әйләнгән, уларҙы тиҙ арала ҡиммәтле дарыуҙар менән дауаларға кәрәк.
***
Бер егет военкоматҡа килеп:
– Флотта хеҙмәт итергә теләйем, – тигән.
– Ә һин йөҙә беләһеңме һуң?
– Караптарығыҙ юҡмы әллә?
***
Минең фамилиям ҡатлы-ҡатлы, гел хаталы яҙалар. Өйөбөҙгә погонлы ағайҙар повестка килтерҙе. Фамилияма ҡараным – хата! Студент билетын сығарып күрһәттем: хаталанғанһығыҙ. Ағайҙар сырайын һытып сығып китте. Өс сәғәт үтер-үтмәҫтән тағы килделәр. Яңы повестка менән. Уныһы ла хаталы. Зачеткамды күрһәттем. Тегеләр пыр туҙып һүгенде. Ҡотолдом, былай булғас. Юҡ шул, погондар тағы ишек шаҡыны. Был юлы участковый һәм дөрөҫ фамилия менән. Оҙаҡ көлдөм. Шунда ғына уларға минең институтта уҡыуым барып етте.
***
Профессор:
– Һеҙгә бер нәмә лә ҡыҙыҡ түгел, уҡығығыҙ килмәй икән, ниңә беҙгә килдегеҙ?
– Военкоматтағы прапор: «Һеҙгә бер нәмә лә ҡыҙыҡ түгел, бер нәмәгә лә өйрәнгегеҙ килмәй икән, университетҡа тәпәйләгеҙ!» – тине.
***
Үлем – иң яҡшыларҙы, военкомат барыһын да рәттән ала.
***
– Ғәйепләнеүсе, аңлатығыҙ әле, ни өсөн һеҙ, ҡарап тороуға һәйбәт кенә кешеһегеҙ, абруйлы вузды тамамлағанһығыҙ, почтальонды, хөрмәтле кешене, туҡманығыҙ?
– Ә һеҙ минең урында ни эшләр инегеҙ? Ошо хөрмәтле кеше миңә килде лә: “Заказлы хат алып килдем. Бейемәйенсә тороп, бирмәйәсәкмен”, – тине.
– Шунан?
– Бейенем... Ә ул военкоматтан повестка булып сыҡты.
Фото: smartik.ru