Түләүһеҙ дауаланған, белем алған саҡтарҙы һағынаһыңмы? Хәтереңә төшөр, ул ваҡытта эш тә түләүһеҙ тиерлек ине бит.
***
Олигархтан интервью алалар.
– Һеҙҙең ниндәй ҙә булһа мауығыуығыҙ бармы?
– Элек марка йыя торғайным.
– Ә хәҙер?
– Марканы ташлап, евро йыйырға тотондом.
***
Сәскә магазины һатыусыһының йөҙө һытыҡ. Сәбәбен һорашалар.
– Әле генә сығып киткән егет йыл буйы минән ҡыҙына сәскәләр һатып алды. Иртәгә туйы.
– Шуға кәйефегеҙ юҡмы?
– Бындай һәйбәт клиентты юғалтыу йәл.
***
Донъя матур, донъя киң! Минеке түгел, әлбиттә. Шулай ҙа…
***
– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
– Ике ҡолаҡҡа ламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.
***
– Һин, кеҫә тулы аҡсаны ҡайҙан алдың, тип һорайһыңмы? Барыһы ла ябай ғына – кеҫәм бәләкәй.
***
Телевизорҙан күрһәтелгән реклама мөһим функция үтәй: кешеләр тауышты баҫып, үҙ-ара әңгәмәләшә.
***
Элек кеше эштә ҡыл да ҡыбырлатмай ыштанын туҙҙырып ултырһа, хәҙер телефон экранын да туҙҙыра.
***
– Мин эсеүҙе лә, тартыуҙы ла ташланым.
– Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға булдыңмы ни?
– Юҡ, эш хаҡым һәм хәҙерге хаҡтар менән минең быға аҡсам етмәй.