Әсәһе балкондан улына ҡысҡыра:
– Булаа-ат, һин ҡайтырға уйлайһыңмы, юҡмы?
– Уйлайым, әсәй.
– Күпме ваҡыттан уйлап бөтәсәкһең инде?
– Тағы бер-ике сәғәттән!
***
Ике “яңы урыҫ” һөйләшә:
– Кисә “Ока” машинаһы һатып алдым әле.
– Яҡшырағын алырға мөмкинлегең бар бит, шул хәстрүшкә ҡыҙыҡмаһаң?!
– Уныһы шулай, әлбиттә, тик “Ока” менән фатирҙа йөрөүе яйлы.
***
Өйҙән бер ир сыға ла, рәхәтләнеп кирелеп-һуҙылып ала. Бер ни тиклем ваҡыт тирә-яҡҡа хозурланып торғас:
– Их-х, донъяһы, әй! Ер емертеп эшләгеләр килә. Өйгә инеп, бер аҙ ятып алайым. Бәлки, үтеп китер.
***
Бер малай өлкән йәштәге ҡатын янына килә лә:
– Апай, бынау кәнфитте ашап ҡара әле, – тип мөрәжәғәт итә.
– Бик тәмле, – тип баһа бирә ҡатын.
– Ғәжәп, н
Дауахананың бер бүлексәһе яна.
Янғын һүндереүсе баш табип янына йүгереп килә.
– Корпусты тиҙ арала һүндерә алдыҡ. Ун ауырыуҙың һигеҙен аңына килтерҙек. 2 кешене ҡотҡарып ҡалып булманы.
Баш табип аңын юғалтып йығыла ла уны һушына килтерәләр.
– Һеҙгә нимә булды?!
– Корпус түгел был, морг!
***
Аяғы һынған ир төҫө ҡасып табип янына килә.
– Аварияға эләктегеҙме?
– Юҡ, шкафта сөскөрҙөм.