– Мин бассейнға ябығыр өсөн йөҙөргә яҙылдым.
– Һыуҙа ябыҡмаҡсыһыңмы? Һинең китты күргәнең бармы?
***
Табип:
– Һеҙгә ҡәтғи диета яҙам.
Пациент:
– Ашар алдынанмы әллә ашағандан һуңмы?
***
Иң һәйбәт һәм тәьҫирле диета – интернет! Тығынырға ваҡыт табып булмай.
***
Диетологтар йыш, ләкин әҙләп ашарға кәңәш итә. Беренсе өлөшө миндә бик шәп килеп сыға.
***
– Ябығырға ваҡыт.
– Тағы ла биш минут.
***
Ике әхирәт әңгәмәләшә:
– Кисә минеке миңә былай тине: “Бигерәк ябыҡһың, торт аша!”
– Һинеке… кем ул?
– Ни… эске тауышым.
***
– Вәли, шоколад урынына сөгөлдөр ашауҙың нисек ҡыйын икәнен һин күҙ алдына ла килтермәйһең.
– Әҡлимә, ә мин виски урынына сәй һемереүҙең нисек ҡыйын икәнен бик яҡшы беләм.
***
Ир һуң ғына ҡайта. Ҡатыны йоҡлай. Өҫтәлдә яҙыу: “Иртәгәге ризыҡ һыуытҡыста. Йоҡлар алдынан ашама. Мин бөтә кәтлитте һәм макаронды һананым”.
***
Диетаның беренсе көнө. Һыуытҡыстағы барлыҡ зарарлы ризыҡтан ҡотолдом. Бик тәмле булды.
***
– Ҡыҙыҡ, ябығыуҙан таблеткалар бармы икән?
– Бар, тик улар ҙур.
– Уныһы мөһим түгел, ярҙам итһендәр генә.
– Ярҙам итәләр.
– Ә нисек атала?
– Кәтлиттәр.
В. БӘҘЕРҒОЛОВА.
Ябығыу билдәләре
*Һин үҙ лексиконыңдан “шәрбәт”, “майлы” һәм “онло” тигән һүҙҙәрҙе алып ташлайһың.
*Ҡарабойҙай менән икмәккә хаҡ артыу һине ҡыуандыра.
*Һин оҙонлоғо 72 сантиметрлы үлсәү һатып алаһың.
*Ике көндә 25 грамға ябығаһың.
*Һиңә бөтәһе лә: “Тығыныуҙан туҡта, һин диетала”, – тип ҡысҡыра.
*Һинең эргәңдә тик туҡ, иҫәүән әхирәттәрең генә.
*Һиңә ҡарау йәл. Ашағаныңды ҡарағанда көлкө килә.
*Төшкө ашың 95 процент төкөрөктән тора.
*Ашар алдынан, ашағанда һәм ашағандан һуң ашағың килә.
*Һин аҫҡы ҡаттағы күршеләрҙең – тауыҡ, һулдағыларҙың – картуф ҡыҙҙырғанын, ә ҡаршылағыларҙың бәлеш бешергәнен бик һәйбәт беләһең. Өҫкө ҡаттағы күршеләрең сусҡа майы тығына. Ҡәбәхәттәр!
*Яныңдан уҙыусы кешеләр һиҙҙермәй генә кеҫәңә икмәк һала.
*Ауырлығыңды кәметеү һинең өсөн маҡсат түгел, ә йәшәү мәғәнәһе!
*Һин хәрәкәт итәһең, ғөмүмән, секундына 10 килокалорий тиҙлегендә йәшәйһең.
*Һинең календарҙа – 62 килограмм. Отпускыға тиклем тағы 5 кило ҡалды.
*Һин ярһығанда иҙән үлсәүенә һуға, хатта аяғың менән тибә алаһың.
*Һин көндәрҙән бер көндө үҙеңдең бер тас билмән ашай алырыңды беләһең. Был көн тиҙҙән тыуасаҡ! Тик ошо уй ғына артабан көрәшергә көс бирә.
*Аҡһымдар... Майҙар... Углеводтар... Е221 буяғысы... Уларҙың барыһы ла телеңде йоторлоҡ!
*Һин үлсәүҙең билдәле бер еренә баҫһаң, уның саҡ ҡына кәметеп күрһәтеүен беләһең.
*Һинең девиз: “Ҡыяр менән кәбеҫтәгә – эйе! Эйе! Эйе! Сусҡа майы менән пирожныйға – юҡ! Юҡ!.. Эйе!”
Т. ҠОТЛОБАЕВ.