– Һеҙ күп тартаһығыҙҙыр, күрәһең?
Ауырыу, ҡыуанып:
– Эйе-эйе, доктор, күп!
Табип тәмәкеһен тоҡандыра, ләззәтләнеп төтөнөн өргәс, уйсан ғына әйтеп ҡуя:
– Һеҙгә тартыуҙы ташларға кәрәк.
Ауырыу, ғәжәпләнеп:
– Доктор, һеҙ үҙегеҙ тартаһығыҙ ҙа баһа?!
– Эйе, тартам, ләкин табиптарҙы йөҙәтеп йөрөмәйем!
***
Бөгөн табиптар сирҙең хаҡын уны нисек дауалауға ҡарағанда яҡшыраҡ белә.
***
– Доктор, мин тырнанам.
– Йыуынып ҡараманығыҙмы?
– Ҡараным. Тик бер айҙан һуң тағы тырнанам.
Табипта ҡабул итеүҙә.
– Бабай, ҡан баҫымығыҙ бик юғары. Инсульт булыуы ихтимал.
– Ғаилә проблемалары, доктор, гел стресс.
– Былай ярамай ҙа инде. Проблемаларҙы нисектер хәл итергә, стрестан ҡотолорға кәрәк.
– Эйе, ҡотолорға мөмкин, тик төрмәгә ултыртып ҡуйырҙар тип ҡурҡам.
***
Гиппократ антының яңы редакцияһы "Фәҡәт страховка полисы булғанда ғына..." тип башлана.
***
Пациент табипҡа килгән.
– Доктор, һеҙ миңә йоҡлап китер өсөн 100 000-гә тиклем һанарға ҡушҡайнығыҙ.
– Нисек, йоҡланығыҙмы һуң?
– Юҡ, таң атты!
***
Ауырыу табипта ҡабул итеүҙә.
– Доктор, мин йәшәйәсәкменме?
– Ни өсөн?
***
– Табип, миңә ни эшләргә инде? Телевизорҙан шул тиклем еләнем!
– Нисек йоҡлайһың һуң?
– Һәйбәт, ләкин барлыҡ төштәрем дә рекламалар менән бүленә.
***
Түләүле клиниканың прейскурантынан да тиҙерәк һауыҡтырыусы бер нәмә лә юҡ.
И. ШАҺИНУРОВ.