+29 °С
Облачно
Көләмәстәр
21 Мая 2022, 10:00

Көлгәнгә – көлкө

Уҡыусының маңлайына “иҫәр” тип яҙған уҡытыу­сыны эштән ҡыуғандар. Ул уҡыусынан һәм уның ата-әсәһенән ғәфү үтенгән, ләкин яҙыуҙы бөтөрөүҙән баш тартҡан. ***

Көлгәнгә – көлкөКөлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Һаумы, күрше, пенсияңа өҫтәмә аҡса эшләйһеңме?
– Эйе, етәксе ярҙамсыһы булып эшләйем.
– Ҡатыныңа хужалыҡта ярҙам итәһеңме ни?
– Эйе.
***
Иң сағыу хәтирәләр: “Беҙ быны юҡҡа эшләйбеҙ…” – тигән һүҙҙәр менән башлана.
***
– Мин һиндә бер ҡап сарделька онотоп ҡалдыр­ған­мын.
– Рәхмәт!
***
Ҡасандыр беҙҙең бер класта ултырырға мәжбүр булы­уыбыҙ хәҙер урамда бер-беребеҙҙе танырға тейеш­беҙ тигәнде аңлатмай әле.
***
Стюардессанан икенсе урынға күсереп ултыртыуын үтендем, сөнки эргәмдәге бала илай ине. Баҡтиһәң, ул үҙеңдеке булһа, был тыйыла икән.
***
Һәр ваҡыт шулай: 10 эш планлаштыраһың, 20-не эшләйһең, береһе лә план­лаштырылғандыҡы түгел.
***
Минең аралашыу даирәм­ме? Экран тура мөйөшө.
***
Яңы комедияның премье­раһы тулы уңышһыҙлыҡҡа осраған. Тамашасылар беренсе шаршауҙан уҡ таралыша башлаған, ә икенсе­һенең уртаһында бер төркөм кешеләр ишектә тығылыш­ҡан. Премьераны ҡараған тәнҡитсе:
– Тынысыраҡ, тынысыраҡ! Беренсе булып ҡатын-ҡыҙ­ҙар һәм балалар сыға.
***
Сымһыҙ интернет менән ғәжәпләндерә алмаясаҡ­һығыҙ. Мин сымһыҙ үтек­тәр­ҙе лә хәтерләйем әле.
***
Мөхәббәттә өс тыныш бил­дәһе бар: өндәү, күп нөк­тә һәм нөктә.
***
Кино бара. Залда туңдыр­ма ашап ултырған ҡарт ҡысҡыра: «Был ниндәй замана, ә?! Әле лә хәте­ремдә, элек кинотеатр фойеһында оркестр уйнай торғайны». Бер минуттан: «Элек билет хаҡы ун тин генә ине. Ә хәҙер?» Тағы ла бер минуттан: «Туңдырма­ның бер тәме лә юҡ! Элек ете тин генә торһа ла, телеңде йоторлоҡ ине». Залдан тауыш: «Бабай, ауыҙың­ды яп! Хәҙер тауышлы кино күрһәтәләр!»
***
Бер ҡыҙ зарлана:
– Мин иҫәр һәм даланһыҙ, бер нәмә лә эшләй бел­мәйем.
– Һин абруйлы факультетта уҡыйһың, япон телен өй­рә­нәһең.
– Эйе, япоп теленән тыш инглиз, ҡытай телдәрен дә өйрәнәм.
– Өс тел… Үҙеңде иҫәр тип иҫәпләйһеңме? Бына бер иҫәр!
***
Ҡулына автомат тотҡан ир почта бүлексәһенә бәреп инә лә һыу буйы сиратта тороу­сы­ларға ҡысҡыра:
– Бөтәгеҙ ҙә иҙәнгә, ҡәбә­хәт­тәр, бөтәгеҙ ҙә иҙәнгә!
Барыһы ла ята. Ул тәҙрә янына бара. Оператор ҡал­ты­­ранған тауыш менән:
– Аҡса юҡ… Аҡса юҡ…
Ир:
– Миңә посылка алырға кәрәк, ә перевод артынан иртәгә килермен.

***
– Әсәй, әсәй, атайым ни өсөн карауат аҫтында ултыра ул?
– Атайың өйҙә хужа, ҡайҙа теләй, шунда ултыра.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас