+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
25 Май 2022, 13:00

Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр

– Этеңдең ҡушаматы ниндәй?– Әллә, ҡат-ҡат һорайым, әйтмәй бит... ***

Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр
Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр

Уҡытыусы янына бер малай килә:
– Апай, бына һеҙгә дүрт алма бүләк итәм. Миңә шуның өсөн “дүртле” ҡуйығыҙ.
– Ғәфү ит, Сабир, миңә ике алма етә, – ти уҡытыусы.

***

Автобуста бер ҡатын, алдына бесәйен ултыртып, уны һыйпап, наҙлап, иркәләп килә, ти. Был хәлде ситтән күҙәтеп торған бер ир:
– Эх, ошо бесәй урынында мин булһам ине, – тип һөйләнеп ҡуйған.
– Мин был мыраубайҙы ветеринарға алып китеп барам, – ти ҡатын.

***
Баҡса эргәһендә ике малай уйнап йөрөй.
– Бынау емеште ашарға ярай микән?– ти береһе.
– Ә һин өҙөп ҡара, анау баҡсала йөрөгән апай сәрелдәп әрләй башлаһа, тимәк, ашарға ярай, – тигән уға иптәше.

***
Линолиум өсөн йыл да аҡса йыймаҫ өсөн... Йонсоған ата-әсәләр комитеты "Синыф иҙәненә асфальт йәйергә" тигән тәҡдим индерҙе.

***
Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан:
– Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ниндәй заман була? – тип һорай.
– Тәнәфес ваҡыты, – тип яуаплаған уҡыусы.

***
Улым, мәктәптә хәлдәр нисек, уҡып буламы?
– Э-эй, уҡытыусы апай үҙе бер нимә лә белмәй. Беҙҙән һорай.

***
Походҡа китеп баралар. Уҡытыусы уҡыусыларҙан һорай:
– Беҙ ҡайһы яҡҡа атлайбыҙ? Көньяҡҡаммы, төньяҡҡамы?
Нәзир:
– Төньяҡҡа!
– Ни эшәп улай уйлайһың?
– Барған һайын ҡараңғы төшә бара бит, – ти икән.

***
Атаһы менән әсәһе улдарынан һорай, ти:
– Бөгөн, улым, ниндәй көн, беләһеңме? – тигән әсәһе.
– Юҡ, – тигән малайҙары.
– Бөгөн Лениндың тыуған көнө! – тигән атай кеше.
– Ә, улай икән! Нисәгә ҡунаҡҡа бараһығыҙ?

***
Бер ир дарыуханаға инә лә:
– Һеҙҙә тараҡандарға дарыу бармы? – тип һорай
Һатыусы:
– Ә һеҙҙең тараҡандарығыҙ ниндәй сир менән ауырый? – ти икән.

***
Тарих дәресендә б. э. т. аббревиату-раһы – “Беҙҙең эраға тиклем” тигәнде аңлатһа, хәҙерге заманда – “Был эпидемияға тиклем” тигәнде аңлата.

***
Зоопаркта:
– Атай, бынау горилла ҡайһылай ҡурҡыныс итеп ҡарап ултыра ул!
– Сеү, улым! Был әле касса ғына.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: