-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Май 2022, 17:00

Иҫәр әҙәмгә

– Ни өсөн һырағыҙ йылы?– Булмаҫ! Ярты сәғәт элек кенә бер биҙрә һалҡын һыу ҡуштым. ***

Иҫәр әҙәмгә
Иҫәр әҙәмгә

Университетта уҡығанда, аҡса еткерә алмағанлыҡтан, магазинда ла эшләргә тура килде. Араҡы 11-ҙән генә һатыуға сығарыла. Алкаштар уны ишек асылыу менән таптырырға тотона. Артыҡ аҡса түләп алалар. Аптырап, тегеләрҙән һорайым:
– Аҡсағыҙ сығып барамы ни, ниңә 11-гә тиклем көтмәйһегеҙ?
Ғәжәпләнделәр. Үҙемсә кәңәш тә биреп ҡараным:
– Кистән күпме кәрәк, шулай алып ҡуйығыҙ.
Улар миңә иҫәр әҙәмгә ҡарағандай ҡараны.
***
– Ниңә дәресеңде әҙерләмәнең?
– Кисә атайым дуҫы менән өйҙә эсте.
– Шунан?
– Өҫтәл бушаманы.
***
Телевизорҙан көнөнә ике литр шыйыҡса эсергә кәрәк, тинеләр. Кисә эсеп ҡара­ным... Әле булһа махмурҙан сир­ләйем!

***
Ике иҫерек барҙа ултыра. Береһе һорай:
– Һин әле ваҡыттың күпме икәнен беләһеңме?
– Эйе, беләм.
– Рәхмәт.
***
Теләһә кемгә ошондай һорауҙы бирегеҙ: ун тапҡыр йөҙ грамм күпме була? Береһе-бер 1 килограмм тип яуап бирһә икән?
***
– Эйе... эскелекте еңерлек түгел.
– Ә ни өсөн?
– Ә ниңә?
***
Тағы ла араҡыны осраҡлы ғына үҙемдең ауыҙға ҡойҙом.

Р. АЙНЫҠШИН.

Иҫәр әҙәмгә
Иҫәр әҙәмгә
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: