+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Май 2022, 17:00

Һауыт-һаба бөткәс

Ҡатын иртән иренә һөйләй:– Ҡот осҡос төш күрҙем!– Йәле, һөйлә!– Ҡулымда миллион евроға банк чегы, ә яҡын-тирәлә бер генә магазин да юҡ! ***

Һауыт-һаба бөткәс
Һауыт-һаба бөткәс

– Һин ни өсөн ҡатыныңа бындай ҡиммәтле сервиз бүләк иттең?
– Нисек ни өсөн? Хәҙер ул мине һауыт-һаба йыуыу урынына яҡын да килтермәй.
***
– Әгәр беҙ ҡатыным менән көн дә әрләшәбеҙ, һауыт-һаба ватабыҙ икән, айырылышырға кәрәкме?
– Һауыт-һаба бөткәс.
***
– Өйгә һуң ҡайтһаң, ҡатының һиңә ни ти?
– Мин буйҙаҡ.
– Улайһа, ниңә урамда оҙаҡ йөрөйһөң?
***
Иртән эшкә киткәндә ҡатын ишек төбөндә йоҡлап ятыусы ирен тап итә.
– Кисә мин һинән, был һинме, түгелме, тип ҡат-ҡат һораным.
– Мин дә һиңә ҡат-ҡат баш ҡаҡтым.
***
Ир отпускынан балдаҡһыҙ ҡайта. Ҡатыны тауыш сығара. Ул:
– Үҙең ғәйепле! Кеҫәләге тишекте ямамағанһың...
***
Китап магазинында ҡатын ҡулында “Үҙең яһа” тигән китапты әйләндерә. Көрһөнгәс, уны урынына ҡуя ла һатыусыға мөрәжәғәт итә:
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙә “Ир яһай” тигән китап юҡмы?
***
Ир оҙайлы командировкаға китә, улына, әсәйең янына берәй ир килһә, ҡоймалағы таҡтаны аҡтар, ти. Ҡайтҡас ҡыуана – ҡойма бөтөн! Кис көнө ашап ултырғанда ҡатын иренә һөйләй:
– Һин юҡта барыһы ла тәртиптә булды. Тик ниндәйҙер иҫәр өс мәртәбә ҡойма таҡтаһын аҡтарҙы, өс мәртәбә яңынан ҡаҙаҡлап ҡуйырға тура килде.
***
Ҡатын иренән һорай:
– Шуны белгем килә: сәстәрем ағарғас та мине яратасаҡһыңмы?
– Һмм... Сәстәрең ҡараға, һарыға, көрәнгә әйләнгәндә лә мин һине яратыуҙан туҡтаныммы ни?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: