+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
1 Июнь 2022, 18:00

Көлгәнгә – көлкө

Аҙбарҙа ике һыйыр әң­гәмәләшә.– Һине ни өсөн бик ныҡ ашата башланылар әле?– Минең вазифамды күтәрҙеләр. Һөт һыйыры инем, хәҙер ит һыйырына әйләндем. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Самат, һин үҙең генә йәшәйһеңме?
– Өләсәйем менән, ләкин ул перспективалы. Тиҙҙән үҙем генә йәшәй башлармын, тип уйлайым.
***
Мин – ломбард директоры. Шуға күрә һөйгә­немә ҡиммәтле әйбер­ҙәрҙе йыш бүләк итәм, әммә ваҡытлыса ғына.
***
– Келәттә ике тонна полиграфия продукцияһы боҙолған.
– Унда нимә боҙолһон, аҙыҡ-түлек юҡ та баһа?!
– Календарҙар.
***
–Ҡарале, “не знаю” нисек тәржемә ителә ул?
– Белмәйем.
– Их-х-х, береһе лә белмәй.
***
Бөгөн дачаға барғанда “Евроутын” тигән реклама күрҙем. Иртәгә “Евросатыр-соторо” һәм ”Евротиреҫ” тигәндәрен күрһәм, ғәжәпләнмәйә­сәкмен.
***
Хөрмәтле проблемалар! Саҡ ҡына булһа ла тын алырға ирек бирегеҙ әле, мин барыбер һеҙҙең даими клиентығыҙ ҙа баһа!
***
Математика уҡытыусы­лары съезы һуғышыу ме­нән тамамланған. Нимә­лер бүлә алмағандар.
***
Билмәндәр – дөрөҫлөк һымаҡ иртәме-һуңмы барыбер өҫкә ҡалҡып сыға.
***
Икмәк магазинында бер бабай – һатыусыға:
– Һеңлем, миңә иғтибар менән ҡара әле, бөгөн һеҙҙән икмәк һатып алдыммы-юҡмы?
– Алдығыҙ.
– Бик ҙур рәхмәт! – ти ҙә бабай, сығып китә.
***
– Бик йәл. Ныҡ эйә­ләшеп, эҫенеп кит­кәй­­нем үҙеңә. Һине үҙ улым кеүек күрә инем: шундай уҡ яуапһыҙ, ойошмаған һәм эт ялҡауы.
***
– Әйтегеҙ әле, был трамвай үҙәккә барамы?
– Эйе, ләкин әле ул парк­ка бара.
– Үәт һиңә, эш көнө бөтмәгән, күңел асырға тапҡан ваҡыт!
***
– Үткән аҙнала мин Өфөлә булдым.
– Алдашма, ул ваҡытта мин дә унда инем, тик һине күрмәнем.
***
Итсе бер ҡыҙға һоҡла­нып ҡарап тора.
– Һылыу, нисә килограмм тартаһың?
– Алтмыш кило...
– Һөйәктәрһеҙме?
***
Хәҙерге заман никахы – йәштәрҙең туй үткә­рергә алған кредитын ҡап­лау өсөн ҡунаҡтарҙың уларға бүләк иткән аҡ­саны туранан-тура банк карточкаһына күсереү ул.
***
– Беләһеңме, ял көндә­рендә атайымдың гаражында тәртип урынлаш­тырмаҡсы булдым. Иҫке-моҫҡо араһынан һүтелгән еңел самолет – алюмин торбалар, брезент таптым. Ике көн буйына йы­йырға тырыштым – килеп сыҡманы. Тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡа­раным...
– Раскладушка түгел инеме һуң?
***
– Һаумыһығыҙ, был икеләнеүсе кешеләр клубымы?
– Шулай шикелле.
***
Педиатр:
– Бер әсәне ҡабул иттем, балаһында аш-һыуға аллергия. Чипсы, сөхәри ярамай, фанта, кәнфит тә бирмәгеҙ, тим тегеңә. Ә ул:”Мин балаға ни аша­тырға тейеш?” – тип һораны.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: