+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Июнь 2022, 18:00

Көлгәнгә – көлкө

– Ҡәҙерлем, ювелир магазины ябыҡ ине, мин һиңә йогурт алдым. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

***
– Әсәй, Өфөнән ҡайһыһы алыҫыраҡ: Стәрлетамаҡмы әллә Аймы?
– Башымды ҡатырма әле! Күккә ҡара, Айҙы күрәһең­ме?
– Эйе.
– Ә Стәрлетамаҡты?
***
– Әхирәткәйем, беләһең­ме, шифаханаға барып ҡайт­тым бит әле. Бер ҡыҙыҡ ир менән таныштым. Уның ме­нән беҙҙең уртаҡ нәмәләр күп булып сыҡты: гастрит, гипертония, яҫы табанлыҡ.
***
Беҙҙең илдә генә төнгө сәғәт икелә өҫкө ҡаттағы мәжлес ҡорған күршеләргә әрләшергә инеп, улар менән бер сәғәт буйы эсәһең дә, үҙеңә ҡайтып, ҡатыныңдан һүгеләһең, егерме минуттан һуң ошо уҡ күршеләр һиңә килеп йоҡларға ҡамасаула­мауыңды үтенә.
***
– Ә миңә атайым, әгәр мин сиректе өсһөҙ тамамлаһам, эсеүен ташларға вәғәҙә итте.
– Шунан?
– Ана, шатлығынан йүге­реп йөрөй – химиянан өслөм сыҡты…
***
– Һин иртән ашаныңмы әле?
– Юҡ, бер грамм да…
***
– Дуҫлашып йөрөгән ҡы­ҙыңдың үҙеңде яратыуын ҡасан белдең?
– Мин һине күрә алмайым, тигәс…
***
– Артыҡ ауырлығымды ҡыуған күнегеү залына мин ай һайын 1 мең бакс тотонам.
– Ниңә ул ҡәҙәр күп?
– Унда буфет ҡиммәт…
***
Ҡатын гараждағы болаға түҙмәгән, йыйыштырып ҡуй­ған. Рәхмәт тойғоһонан ҡа­нат­ланып, мин уның ҡап­тарға һалып, яҙ көнө сәсергә әҙерләгән орлоҡтарын бутаным.
***
– Ҡыҙыңдың хәле нисек?
– Ағас кеүек, йыл һайын бер балдаҡ.
***
Ғалимдар, ниһайәт, Мона Лизаның аңлайышһыҙ йыл­майыуының серен асҡан: ул иренең ҡара көнгә тип һаҡ­лаған аҡсаһын тапҡан.
***
– Һин өйләнгәнһеңме?
– Был – мыҫҡыл итеү! «Мөмкинлектәре сикләнгән ир», тип әйтергә кәрәк.
***
– Ҡатының менән 20 йыл йәшәгәндән һуң ниңә айы­рылышырға булдың?
– Мине әҙ интеккән тип уйлайһыңмы әллә?
***
– Атай, мин ҡасан өйгә теләгән ваҡытымда ҡайтып йөрөй аласаҡмын?
– Белмәйем, улым, мин үҙем дә ундай йәшкә етмә­нем әле.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: