+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
4 Июнь 2022, 17:00

Өфө метроһы

Магазиндарҙа иҫәп-хисапты еңелләштереү өсөн Рәсәй банкыһы әйләнешкә 99,99 һумлыҡ яңы аҡса сығарған.

Өфө метроһы
Өфө метроһы

***
– Донъялағы иң хәүефһеҙ метро Өфөлә.
– Унда метро юҡ.
– Шуға күрә хәүефһеҙ ҙә!
***
Бик тиҙҙән магазиндарҙа тәбиғи аҙыҡ-түлектәрҙән тоҙ ғына тороп ҡаласаҡ.
***
Вузға уҡырға инер өсөн уҡырға, уҡырға һәм тағы ла аҡса кәрәк.
***
Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәтендә хеҙмәт романдары булмай, сөнки бөтә ерҙә лә туған-тыумаса эшләй.
***
– Һинең эш хаҡың һәйбәтме?
– Икмәк менән ыуылдырыҡҡа етә.
– Ҡыҙылынамы әллә ҡараһынамы?
– Ҡабаҡтыҡына.
***
Ныҡ туҡ кеше сәйәсәтте тикшермәй. Ул диңгеҙҙә ял итә.
***
– Ни өсөн бизнеста дуҫтар юҡ?
– Ни эшләп булмаһын, ти, бар, тик бәхетһеҙлек буйынса.
***
– Ҡарағыҙ әле, беҙҙә матбуғат секретарҙары шул тиклем күп! Һәр ойошмала тиерлек. Уларҙы ҡыҫҡар­тырға кәрәк!
– Ҡыҫҡартмайыраҡ тор, әгәр начальниктар һәм директорҙар яҙа, һөйләшә белмәһә?
***
Сит ил кешеләренең “Ҡош һөтө” кәнфитенә мөнәсәбәте.
– Һеҙҙә әллә ҡоштарҙы һауалармы?
– Беҙҙең Рәсәйҙә барыһын да һауалар!
***
Ысынлап та бай ил генә бындай кимәлдәге коррупцияға юл ҡуя ала.
***
– Эште бик һәйбәт башҡарһығыҙ, һеҙгә өҫтәргә…
– Эш хаҡына аҡсамы?
– Юҡ, эш күләмен.
– Һуң күләмде арттырғас, эштең сифаты түбәнәйә.
– Улайһа, премиянан мәхрүм итәбеҙ.
***
Йәмғиәт беҙҙә өс өлөшкә бүленә: берәүҙәр ришүәт ала, икенселәре бирә, ә ҡалғандарының ришүәт бирер өсөн аҡсаһы юҡ, үҙҙәренә лә бирмәйҙәр.

Фото: urban3p.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: