-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Июнь 2022, 18:00

Көлгәнгә – көлкө

Ата-әсә балаларының ту­тыйғош аҙығы ашағанын кү­реп ҡалған. Аҙыҡты тартып ал­ғандар, ауыҙын сайҡат­ҡан­­дар. Атай кеше составты уҡый:

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Бойҙай, һоло, борсаҡ, йә­шелсә, А, С, Д, Е витамин­дары.
Әсә, уйға батып:
– Бәлки, уға тағы ла би­рергәлер?
***
– Олатай, һин йоҡлайһың­мы әле?
– Нимә?
– 500 тәңкә аҡса бир әле.
– Йоҡлайым мин, йоҡ­лайым.
***

Мин йыш ҡына тауыш­тар ишетәм. Шунан панель йортта йәшәүем иҫкә төшә.
***
– Мин аңламайым: Наполеон менән Гитлерҙы еңгән ил ни өсөн алкоголизмды еңә алмай?
– Алкоголизм беҙгә һөжүм итмәне.
***
Америка фильмдарында ғына лазер нурынан ситкә тайпылып ҡалып була. Ә Рәсәй фильмдарында хатта ҡатыныңдың табаһынан да ялтанып булмай.
***
– Кем булып эшләйһең?
– Емеш-еләк-йәшелсә логистика үҙәгендә логистика менеджеры булып.
– ?!
– Йәшелсә базаһында йөк бушатыусы.
***
– Дуҫҡайым, ниңә кәйе­фең юҡ?
– Ултыр, һөйләйем.
– Йә, тыңлайым.
– Бында, ҡыҫҡаһы, эскәм­йә буялған.
***
Уҡылмаған китаптар ке­шеләрҙән үс ала. Был биге­рәк тә Енәйәт кодексы һәм бензинда эшләүсе бысҡы менән һәйбәт килеп сыға.
***
Ир-егеттәр өсөн иң мө­һиме: нәски менән СМС-каларҙы һәр ваҡыт үҙ ва­ҡытында юйҙырыу. Бигерәк тә СМС-каларҙы! Нәскиҙәр­ҙән айырмалы рәүештә, улар үҙенән-үҙе юғалмай.
***
«Гаражда тәртип булдырыу» сараһы ике пункттан тора: 1) сүп-сарҙы стена буйына ышырыу; 2) ләх бул­ғансы эсеү.
***
Атай кеше сығарылыш ки­сәһенән һуң:
– Улым, һин хәҙер ҙур кеше инде, тәмәке тартырға рөхсәт итәм.
– Рәхмәт, атай, мин ике йыл элек ташланым.
***
– Һөйөклөм, һин минән бер ай буйы Розаныҡы кеүек туфли таптырҙың. Мин һа­тып алдым, ә ниңә кейеп йөрөмәйһең?
– Сөнки Розаныҡы шундай уҡ.
***
Имтиханда.
– Ниндәй билетты белә­һең?
– Рәсәй дәүләт банкыһы билетын.
– Бир бында. Афарин! Тапшырҙың!
***
Ҡыҙ:
– Егет үҙенең ҡыҙына «яратам, һатып алам, киттек» тигән һүҙҙәрҙе генә әйтергә тейеш.
Егет:
– Һыра яратам, спининг һатып алам, балыҡҡа киттек.
***
Йыртыҡ джинсылар, майкалар, футболкалар… Әйте­геҙ әле, ҡасан тишек нәски­ҙәр модаға инер икән?
***
– Хәтереңдә тот! Ҡыҙыл шарап – иткә, ағы – балыҡ­ҡа.
– Ә араҡы?
– Мм… ул – универсаль… хатта тортҡа ла бара.
***
Йәйҙең икенсе айы башланды, беренсеһен берәйе­геҙ күрҙеме?
***
«Яратам» тип әйтеү – ҡы­йын, «ғәфү ит» тип әйтеү – тағы ла ҡыйыныраҡ, ә «миңә ҡоймағыҙ» тип әйтеү – бө­төнләй мөмкин түгел.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: