+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Июнь 2022, 09:00

Ысын ял

– Былай ғәҙел түгел, йылына ни бары бер отпуск!– Ни өсөн бер? Ике бит!– Нисек?– Береһе һинеке, икенсеһе түрәңдеке!

Ысын ял
Ысын ял

Ысын ял – яңы обойҙар һәм ламинат һатып алыу түгел, ә үҙеңә шорты һәм панамка һатып алыу ул.
***
Ҡатыны:
– Ҡәҙерлем, мин ауырға ҡал­ғанмын шикелле…
– Ниңә улай тиһең әле?
– Сөнки өйгә килеп ингәс уҡ­шыта һәм күңел тоҙло диң­геҙ буйына тартыла.
***
Ҡатыным отпускыға китте. Ул өйҙә булмағанда сүп-сарҙы бер генә тапҡыр сығарҙым. Һығымта – өйҙө ҡатыным сүпләй.
***
Ура-а-а-а! Мин отпускыла! Эргәмдә диңгеҙ, аҡсарлаҡтар, дельфиндар! Минең түшәгем ниндәй матур!
***
– Сәләм, һин ҡайҙа?
– Отпускыла, курортта!
– Унда һыу нисек?
– Еүеш!
– Нисә градус?
– Алкоголһеҙ!
***
– Һин ял итергә ҡайҙа ба­рырға йыйынаһың?
– Ленин булған ерҙәрҙә…
– Ә, һарай, ҡыуыш, Горки, Шушенское…
– Юҡ, Женева, Цюрих, Париж, Лондон…
***
Берәүҙәр йәй көнө ял итә, икенселәр йәй булған ерҙә…
***
– Әсәй, миңә һыу инергә яраймы?
– Юҡ, ҡыҙым, диңгеҙ ҡото­ра.
– Атайым инә лә баһа.
– Уға ярай, ул страховка­ланған.
***
Ҡыҙыҡ: Канар утрауҙарында йәшәүселәр отпускыға ҡайҙа барырға йыйына икән?
***
Отпускыға йыйылған сума­ҙан­дан тыш, бер нәмә лә күҙ­ҙәрҙе шул тиклем шатландырмай.
***
Миңә атайым менән әсәйем: «Йәй көнө һиңә йә машина һатып алабыҙ, йә сит илгә ялға китәһең», – тине. Бына хәҙер ике ут уртаһында ҡалдым: йә Монголия, йә «Ока».

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: