+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Июнь 2022, 17:00

Һин инкассатор, аңра!

– Һине ҡотларға буламы? Коллектор вазифаһына алдылармы?– Юҡ, әңгәмәләшкәндә үк аяҡ салдылар. Етмәһә, беренсе һорауҙа уҡ.

Һин инкассатор, аңра!
Һин инкассатор, аңра!

– Нисек?
– Минән, бәләкәй саҡта бесәйҙәрҙе ғазапланыңмы, тип һоранылар. Ә мин: «Әл­биттә, юҡ!» – тип яуап бир­ҙем.
***
Баҙарҙа.
– Ниңә бәләкәй генә ҡу­янды һуйҙың? Тире лә һөйәк кенә бит, ә ите сәпсим юҡ.
– Мин һуйҙыммы? Ул үҙе үлде!
***
– Бөгөн төндә дауыл булыр, ахыры, – ти ир.
– Әгәр ваҡытында ҡайт­һаң, булмаҫ, – ти ҡатын ыша­ныслы итеп.
***
Ике ҡарсыҡ һөйләшә:
– Ейәнең ҡунаҡҡа килгән икән.
– Ҡунаҡ булыуына ике аҙ­на инде.
– Олатаһына ярҙамлаша­мы?
– Ярҙамлаша. Кисә икәү­ләшеп олатаһының пенсия­һын эсеп бөттөләр.
***
Ҡатын – иренә:
– Беҙ һинең менән бер ҡайҙа ла йөрөгәнебеҙ юҡ.
– Ярар, иртәгә сүп түгергә сыҡҡанда үҙем менән алырмын.
***

– Тәмәке тартаһыңмы?
– Юҡ, эскәндә генә.
– Йыш эсәһеңме?
– Ни.. тәмәке тартҡы кил­гәндә генә…
***
Комиссия яңы өйҙө ҡабул итә. Тауыш үткәреүсәнлекте тикшерәләр. Ике комиссия ағзаһы күрше фатирҙарға инә, береһе икенсеһенә ҡысҡыра:
– Һин мине ишетәһеңме?
– Ишетеү генә түгел, мин хатта һине күрәм.
***
Оло йәштәрҙәге ҡатын та­бипҡа килә.
– Доктор, миндә гонорея.
Табиптың күҙҙәре түңәрәк­лә­нә.
– Булмаҫ!
– Ой, юҡ, миндә геморрой.
Табип башын тота, ә ҡа­тын:
– Юҡ, хәтеремә төштө – гайморит. Былар бит оҡшаш сирҙәр.
***
– Һин ЦРУ-ның төп бина­һына нисек килеп эләктең?
– Мин агент!
– КГБ-ныҡымы?
– Юҡ, мин косметика һа­там.
***
Тормош минең менән ша­я­рырға ярата, шуға күрә мин уға юмор менән ҡара­йым.
***
– Өйләндеңме әле?
– Ваҡытлыса.
– Аңламаным.
– Ағайым курортта, әлегә еңгәм уның урынына мине әрләй…
***
– Әбей, нервымда тағы ла күпме уйнамаҡсыһың?! Йө­ҙөнсө тапҡыр ҡабатлайым: был төҙөлөш магазины. Беҙ кефир һатмайбыҙ!
– Йә, ярай, ярай… Ә ҡа­тыҡ?
***
– Вәли, һин хәҙер ике сумка юғалттың инде!
– Мин эшләйем дә баһа! Эштә төрлө хәлдәр була.
– Һин инкассатор, аңра!
***

Арҡала йоҡлау үпкәләр өсөн зарарлы, ҡорһаҡта йоҡлау ашҡаҙан өсөн зарарлы, һул ҡабырғала йоҡлау йө­рәк өсөн зарарлы, уң ҡабырғала йоҡлау бауыр өсөн зарарлы.
«Сәләмәтлек» журналы һеҙгә тәмле төштәр теләй.
***

– Официант! Был ашты ашамаясаҡмын! Ашнаҡсыны саҡыр!
– Файҙаһыҙ, ул да аша­маясаҡ!

***

Атайым менән әсәйемә иҫке кеҫә телефондарымды биргән замандар бар ине. Күптән түгел улар миңә ҡан баҫымын үлсәү өсөн үҙҙәре­нең иҫке аппаратын бирҙе.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: