+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Июнь 2022, 13:00

Бәшмәк мәшәҡәттәре

– Картуф менән бәшмәк ашайым! Картуфты үҙем үҫтерҙем, бәшмәкте үҙ ҡулдарым менән йыйҙым – барыһы ла үҙемдеке!– Ә көнбағыш майы?– Эйе, үҙем һыҡтым. Күр­ше­ләрҙән! ***

Бәшмәк мәшәҡәттәре
Бәшмәк мәшәҡәттәре

– Бында һеҙҙең нисек, тынысмы? – тип һорай бәшмәксе ауылда осраған беренсе кешенән.
– Тыныс, барыһы ла тәртиптә, бер кем дә юҡ.
– Яҡшы, улайһа, мин киттем, бәшмәк тулып яталыр, моғайын?
– Әйтә алмайым, әлегә бер кем дә кире әйләнеп килмәне.
***
Миңә нимә нығыраҡ оҡша­ғанын аңламайым, бәшмәк йыйыумы әллә көҙгө урманда бысаҡ тотоп әкрен генә йөрөүме?
***
Көндөҙгө электричкала кеше әҙ, бәшмәкселәр, ғәҙәттә, кискә табан килеп тула. Ҡыҙмаса өс ир ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшә. Кәр­зиндәре буш. Туҡталышта пас­сажирҙар инә. Береһе ирҙәр янына ултыра ла, буш кәрзиндәрҙе күргәс, һорай:
– Бәй, бәшмәк тапманығыҙмы ни? Әллә үҫмәгәнме?
– Тулып ята, тик беҙҙең араҡы бөттө.
***
– Ҡатыным бәшмәк йыйыу менән мауыға башланы. Йыйып тоҙланы ла ағай-энегә ебәрҙе.
– Улар ни тине һуң?
– Хәҙер беҙҙең ағай-эне юҡ.
***
Яңы йыл. Бүлмә уртаһында матур итеп биҙәлгән шыршы тора. Ата-әсәһе ҡомарлы бәшмәксе булған бәләкәй малайҙан һо­райҙар:
– Шыршы аҫтында нимә була?
– Һары бәшмәк!
***
– Мин ҡара көртмәле бөйөрөк яратам, шуға күрә 100 процент күрәм.
– Ә мин бәшмәклене, 150 процент күрәм.
– Был нисек була инде?
– Булмаған нәмәне күрәм.
***
Урманда бәшмәксе аҙаша. Тегендә, бында һуғылып бер көн йөрөй, ике… Өсөнсө көндө икенсе бәшмәксегә тап була.
– Ура, ниһайәт! Мин өс көн аҙашып йөрөйөм.
– Ниңә ҡыуанаһың? Минең аҙашҡанға бер ай инде!
***
Бәшмәксе Әптрәй утыҙ йыл инде урмандан сыға алмай интегә. Уны бәшмәктәр ебәрмәй.
***
Күп тапҡырҙар өйләнгән ирҙән һорайҙар:
– Беренсе ҡатының ниңә үлде?
– Бәшмәктән ағыуланды.
– Ә икенсеһе?
– Бәшмәктән ағыуланды.
– Бишенсеһе?
– Бәшмәктән ағыуланды.

– Ә һуңғыһы?
– Баш мейеһе һелкенеүҙән үлде, – тип аңлата ир, – бәшмәк ашарға теләмәгәйне.
***
– Бына тигән бәшмәктәр! – ти ир ҡатынына. – Рецебын ҡайҙан алдың?
– Криминаль романдан.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: