+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Июнь 2022, 09:00

Көлгәнгә – көлкө

Уртаса уҡығанымды хәтер­ләйем. Тик мәктәбебеҙ ҙә урта ине бит. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Кисә тәмәкенең зыянлы булыуына сираттағы тапҡыр инандым. Кухняға тартырға тип инһәм, ҡатыным аш бешереп маташа. Картуф әр­сергә тура килде…
***
Шәмбе – аҙнаның иң ауыр көнө. Ял итергә, йоҡоно туй­ҙырырға, төшөрөргә кәрәк. Ҡайһыһынан башлар­ға ла белмәҫһең.
***
Ир-егет тормошта бер ва­ҡытта ла ике нәмәгә зар­ланмаҫҡа тейеш: ҡатынына һәм машинаһына – үҙе һай­лап алған.
***
Ҡатының менән ыҙғышыр алдынан ике тапҡыр уйла: 10 – 15 минуттан был һине туй­ҙырыр, ә ҡатыныңды – юҡ.
***
– Беләһеңме, билмән бе­шергәндә иң үкенеслеһе нимә?
– Бешмәйҙәрме әллә?
– Юҡ.
– Ә нимә?
– Һыу ҡайнап сыҡҡас, һы­у­ыт­ҡысты асаһың, ә унда бил­мән юҡ.
***
Кисә психланып өйҙө ташлап сығып киттем. Яңғыҙ йәшәгәнем иҫемә төшкәс, кире ҡайттым.
***
– Һөйөклөм, беҙ өйләнеш­кәс, бөтә хәүефтәребеҙ һәм хәстәр­лектәребеҙ уртаҡ бу­ласаҡ.
– Ҡәҙерлем, ми­нең бер ниндәй ҙә хәүеф һәм хәс­тәр­лектәрем юҡ.
– Мин, өйләнеш­кәс, тим дә баһа!
***
Ҡатын – иренә:
– Һин минең сә­семде буятҡанды күрҙеңме?
– Әлбиттә!
– Ә мин буятманым.
***
Әсә бәләкәй ҡыҙын ши­фоньерға инеп әйберҙәрҙе туҙҙырыуҙан биҙҙереү өсөн: «Унда уҫал ағай ултыра», – тигән. Ире менән кис көнө телевизор ҡарап ултырғанда ҡыҙы әсәһенән: «Шифонь­ер­ҙағы ағай киттеме?» – тип һораған. Ир менән ҡатын бик оҙаҡ аңлашҡан…
***
Егет: «Мин фильм төшө­рәм. Һинең турала. Беҙҙең турала. Беҙҙең мөнәсәбәт­тәр хаҡында». Ҡыҙ: «Шәп бит, һөйөклөм!» Егет: «Һине фильмдың башында уҡ үл­терәләр».
***
Әҙәбиәт уҡытыусыһы уҡы­­усынан һорай:
– Һин Онегиндың Татья­на­ға яҙған хатын уҡы­ның­мы?
– Юҡ.
– Ни өсөн?
– Кеше хатын уҡырға ярамай.
***
Отпускынан һуң эшкә сыҡ­тым, үҙемде балалар баҡсаһындағы сабый кеүек хис итәм – илағым, өйгә ҡайтҡым килә!
***
Ир менән бесәй ултыра.
– Их, – ти ир, – кисә ҡа­тыным өс игеҙәк тапты.
– Ҡайғырма, – тип яуаплай бесәй, – та­ратырһың.
***
Ир – ҡатынына:
– Ҡәҙерлем, мин үлгәс, нисек йәшә­йәсәкһең?
– Сүп-сарҙы кем сығарып түгерен күҙ алдына ла кил­терә алмайым.
***
Бөгөн олатайыма, спорт менән шөғөл­ләнә башланым, һинең менән баш­ҡа­са көмөшкә эс­мәйем, тинем. …Минең исем­де ва­сыятна­мәһенән һы­ҙып ташлаған.
***
– Буш ваҡытта ни менән шөғөл­ләнәһең?
– Шымсылыҡ итәм.
– Ысынмы? Ә мин паркта йөрөргә йә­ки дуҫтарым ме­нән киноға барырға яра­­там.
– Мин беләм.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: