+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
23 Июнь 2022, 13:00

Көлгәнгә – көлкө

Табип – шәфҡәт туташына:– Һин тағы кулинар рецепт­тарыңды минең буш бланктарға яҙҙыңмы? Кисә ауырыуға дауаха­нала торт бешереп биргәндәр бит. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Ҡаралырға килгән бер ханымға табип:
– Пианинола уйнауығыҙҙы ташлаһағыҙ ғына терелә алаһығыҙ, – ти.
– Уның ауырыуы менән уйын ҡоралы ара­һында ниндәй бәйлә­неш бар? – тип аптырап һорай шәфҡәт туташы, пациентка сығып киткәс.
– Бар шул, – ти табип. – Сөнки был ханым минең өҫтәге фатирҙа йәшәй...
***
Студент йөрөгән ҡыҙын эсвидәнйәгә са­ҡырған. Былар ресторан янынан үтеп баралар икән. Ҡыҙ:
– Ой, шул тиклем тәмле еҫтәр сыға!
– Һиңә оҡшанымы, йәнем? Әйҙә, улайһа, йәнә бер тапҡыр үтәйек шул тирәнән.
***
Бер ир үлеп китә. Дуҫтары уның иҫ киткес һәйбәт кеше булыуы тураһында һөйләй. Йәнәһе, ул тәрбиәле, уҡымышлы булған, ситкә сапмаған... Мәрхүмдең бисәһе был һүҙҙәрҙе сабыр ғына тыңлап торған да, ҡысҡырып ебәргән:
– Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ! Беҙ башҡа кешене күмәбеҙ түгелме?!
***
Бер ир үҙенең танышына һөйләй:
– Беҙ ҡатыным менән аҡса тотоу мәсьә­ләһендә гел бергә­ләп кәңәшләшәбеҙ. Файҙаһы ифрат ҙур, әллә күпме аҡса янға ҡала!
– Нисек?
– Беҙ кәңәшләшеп бөткәнсе, магазиндар ябылған була.
***
Табип ауырыуҙы ҡарай.
– Яҡшы, яҡшы, бик тә яҡшы! Боролоп баҫығыҙ... Тәк, тәк... Яҡшы! Үтә яҡшы!
– Доктор, нимә яҡшы һуң?
– Был сирҙәрҙең береһенең дә миндә булмауы яҡшы.
***
– Мәймүнә, әгәр мин быйыл үлһәм, күрше Хәмиткә генә кейәүгә сыҡ, йәме!
– Ә ниңә уға?
– Сөнки миңә унан да күберәк этлек эшләүсе булманы.
***
– Бик елле кер йыуыу машинаһы һатып ал­дым әле. Үҙе йыуа, үҙе һыға. Ә иң мөһиме – бер ниндәй ҙә тауышы юҡ!
– Ә минеке үҙе кейемдәремде һалдырып ала, һыуын, порошогын һала, йыуа, һыға, киптерә, үтекләй, әммә тауышына сыҙарлыҡ түгел, малай!
– Сит илдекелер әле.
– Санияны әйтәһеңме? Ниндәй сит илдеке булһын, күрше ауыл ҡыҙы!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: