+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Июнь 2022, 09:30

Көлгәнгә – көлкө

Командировканан ҡайтҡан ир биш йәшлек улынан һораша:– Мин өйҙә юҡ саҡта әсә­йең янына ағай килдеме?– Юҡ.– Кәнфит бирҙеме?– Эйе. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Ҡатын өйгә ләх иҫереп ҡайтып инә:
– Ҡәҙерле-е-ем, мин ҡайтты-ы-ым...
– Эскән ереңә кире кит!
Ҡатын телефонын ала ла шылтырата:
– Але-е-е, ҡыҙҙар, хәҙер килеп етәм, ул мине ебәрҙе.
***
Ҡатын күҙ йәштәренә тығылып ирен ғәйепләй:
– Һин – таш бәғер! Минең ни өсөн илауым менән дә ҡыҙыҡһынмайһың. Теләй­һең­ме, әйтәм?
– Кәрәкмәй! Һин таптыр­ған аҡса миндә барыбер юҡ!
***
– Һуңғы биш йылда ирем миңә әйләнеп тә ҡарағаны юҡ. Әгәр минең менән бе­рәй хәл булһа, ул хатта мә­йетемде лә танымаясаҡ.
***
Төн уртаһында һалмыш ир өйөнә ҡайта:
– Ҡәҙерлем Клара!
Ҡатын:
– Нимә?! Минең исемем Наилә.
Ир:
– Ҡәҙерлем, Клара һиңә сәләм әйтте.
***
Ҡатын – иренә:
– Миндә һинең өсөн ике хәбәр бар: береһе – яҡшы, икенсеһе – насар.
– Ниндәйҙәр һуң?
– Мин һинән китәм...
– Тәк, яҡшы... Ә насары?
***
Ир – ҡатынына:
– Ҡәҙерлем, ҡара әле, ниндәй матур көн!
– Нимәгә иша­ра­­лайһың?
– Шундай матур көндәр­ҙең бере­һендә мин һинән китәм, тип үҙең әйткәйнең дә ба­һа.
***
– Һин һаман өйләнмә­неңме ни әле? Тол ҡалға­ныңа ике йыл бит инде...
– Беләһеңме, мине бер нисә ҡатын-ҡыҙ менән таныш­тыр­ҙылар инде. Ба­рыһы ла һәйбәт, тик...
– Береһен дә ярата ал­маныңмы ни?
– Эш унда түгел. Уларҙың бере­һенең дә башы ауырт­май.
– Башы ауырт­май? Ул һиңә ни­мәгә кәрәк?
– Беләһеңме, минең мәр­хүмә ҡатыным­дың башы ауыртып, үлгән­дән һуң әллә күпме дарыуы тороп ҡалды. Уны әрәм итеп булмай ҙа баһа!
***
– Ҡәҙерлем, оҙаҡламай беҙ өсәү булырбыҙ, ахыры, – тигән ҡатын иренә һәм һөйәре менән осраша баш­лаған.
***
Ҡатын:
– Тормош рә­хим­­һеҙ: мин көн дә ашарға беше­рергә мәжбүрмен.
Ир:
– Һин хаҡлы, тормош рә­хим­һеҙ: мин көн дә һин әҙерләгәнде ашарға мәж­бүрмен.
***
Һәр ир-ат ике һөйләмде хәтерендә тоторға тейеш: “Ашарға бир” һәм “Тыныс­лап ашарға ирек бир”.
***
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың өс йәшәү осоро бар: тәүге­һендә атаһының теңкәһенә тейә, икенсеһендә – ире­некенә, өсөнсөһөндә – ке­йәүенекенә.
***
Хужалыҡта ғәйепле ирҙән дә файҙалыраҡ нәмә юҡ.
***
Ҡатыным көтмәгәндә ҡо­саҡлап алып үпкәс: “Мин һине яратам!” – тип әйтһә, миңә ҡурҡыныс булып китә. Машина? Хыянат? Кредит?

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: