+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Июнь 2022, 16:00

Шеф ялға китә

Түрә хеҙмәткәрен саҡырта:– Һин йылы һыра яратаһыңмы?– Юҡ, яратмайым.– Улайһа, отпускыһы – декабрҙә, тип яҙабыҙ. ***

Шеф ялға китә
Шеф ялға китә

– Отпускымды бик шәп үткәрҙем.
– Диңгеҙҙә булдыңмы әллә?
– Юҡ, өйҙә. Диңгеҙҙә ҡатыным ба­лалар менән ял итте.
***
Хеҙмәткәрҙәрҙең отпускыһы икәү: беренсеһе – үҙенеке, икенсеһе – тү­рәнеке.
***
– Бик күркәм күренәһең, мату­райып киткәнһең. Әллә отпускыла бул­дыңмы?
– Мин түгел, шефым ял итте.
***
– Сәләм! Шифаханала отпускыңды нисек үткәрҙең?
– Эштәге кеүек.
– ???
– Ултыраһың, бер ни ҙә эшләмәйһең, ашатҡандарын көтәһең.
***
Йәй... Ҡояш... Һыу һипкес... Түтәл­дәр... Өй... Ремонт... Плита... Шәфәҡ... Кис... Диван... Душ... Сыр-сыу... Отпуск булдымы был? Аңламаным...
***
Һалым инспекцияһында.
– Мин ҡасан отпуск ала алам?
– Һеҙ беҙҙә эшләмәйһегеҙ бит.
– Шулайын шулай, тик мин ғәмәлдә һеҙҙең өсөн генә эшләйем.
***
Берәүҙәр ялға – ҡыуаныс, икен­се­лә­ре – өмөт, ә инде өсөнсөләре ирҙәре менән бара.
***
Отпускыны ауылда үткәрергә яра­там. Ишек алдына сығып алма өҙәһең, шунан, көнө буйы ни эшләргә икән, тип уйлайһың.
***
Ир менән ҡатын ялға йыйына.
– Балаларҙы әсәйемә ебәрәбеҙ, – ти ҡатын.
– Эт менән тутыйғошто Тәғлимә апайға бирәбеҙ, – тип эләктереп ала ир.
– Бесәйҙе күршеләр алып ҡалыр.
Ир уйсан ғына тәҙрәгә ҡарап:
– Әгәр фатирҙа былай тыныс булһа, бәлки, ялға китмәҫкә кәрәктер?

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: