-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Июнь 2022, 13:00

Хыялланыу инде...

- Тәү ҡараштан ғашиҡ булыуҙан бына тигән дарыу бар. – Ниндәй?– Икенсе тапҡыр ҡарарға кәрәк. ***

Хыялланыу инде...
Хыялланыу инде...

– Берәйһенә ғашиҡ бул­һаң, ул да һине ярата башлай. Быны нимә тип атарға мөмкин?
– Хыялланыу инде.
****
– Һөйөклөм, һин мине яратаһыңмы?
– Эйе.
– Нисек?
– Үҙем дә аптырайым.
****
– «Ул мине ипләп кенә етәкләне. Ярата», – тип уйланы егет эстән генә. «Боҙлауыҡ», – тип уйланы ҡыҙ.
****
– Һин ниңә бер кемде лә яратмайһың ул?
– Минең былай ҙа проблемаларым етерлек!
****
– Бер саҡ һин, мине нығыраҡ яратаһыңмы әллә математиканымы, тип һорар­һың. Математиканы, тип яуап­лармын. Ә һин киреһен дәлилләү ысулын ҡулланғанымды ла белмәй китерһең…
****
– Ысын мөхәббәтте алдашыуҙан нисек айырырға?
– Алдаҡсы: «Һинең сәстәреңә ҡунған ҡар бөртөктәре миңә бик оҡшай», – ти. Ә ысынлап яратҡаны: «Ахмаҡ, ниңә башлыҡ кеймәнең?» – тип шелтәләйәсәк.

Фото: Яндекс.Дзен

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: