+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
1 Июль 2022, 12:00

Швейцар булып эшләйем

– Мин диңгеҙгә барырға теләйем.– Ни өсөн?– Уның минһеҙ нисек тул­ҡынланғанын тоям. ***

Швейцар булып эшләйем
Швейцар булып эшләйем

Юрфакта уҡыйым, төр­көмдәшебеҙҙең тыуған кө­нө айҡанлы, ятаҡҡа пиццаға заказ бирҙем. Килтереү хеҙ­мәтенә шалтыратып, ҡайҙа йәшәгәнебеҙҙе аң­латтым. Ә курьер миңә: “Бе­ләм, мин дә шул юрфакты тамамланым”, – ти. Шунда уҡ үҙем­дең киләсәгемде күҙ алдына килтерҙем…
***
Аэропортта 15 йыл эшлә­гән иҙән йыуыусы Әҡлимә: “Күҙең сыҡҡанмы әллә, ҡай­ҙа бараһың, әле генә йыуып сығарҙым бит!” – тигән һүҙ­ҙәрҙе етмеш телдә белә.
***
Магазин.
– Атай, күпмерәк һут алайым икән?
– Ҡайҙан беләйем, һин эсәһең бит. Мин һинән, күп­ме араҡы алырға икән, тип һорамайым бит.
***
Банкта сират. Таблола “А-8” һаны яна. Тәҙрә янына ба­­рыусы юҡ. Көсәйткес элем­тәнән иғлан итәләр:
– “А-һигеҙ”!
Берәү ҙә килмәй.
– “А-һигеҙ!”
Сираттан:
– Яраланған!
Ләкин берәү ҙә килмәгән. Икенсе һанды иғлан итәләр:
– “А-туғыҙ!”
Сираттан (шул уҡ тауыш):
– Үлгән!
***
Ике пенсионер осрашҡан:
– Шунан, хәлдәр нисек?
– Ресторандан сыҡҡан юҡ.
– Әллә берәй мираҫ ал­дыңмы?
– Швейцар булып эшлә­йем.
***
Барыһы ла мине диңгеҙҙә тип уйлаһын өсөн, баҡсала нисек фотоға төшөргә икән?
***
– Бына бер ғиллә: таныш түгел ҡыҙҙы үпмәксе булғай­ным, тотто ла милиция са­ҡыртты.
– Бәхетең бар икән, минеке никах уҡырға мулла са­ҡыртты.
***
Хәҙерге заман ғәҙәттәре. Атай менән әсәй өйҙән сы­ғып киткәндә улдарына: “Беҙҙең бүлмәгә инәһе булма, китап шкафын асып, өҫкө кәштәнән һары тышлы китапты алып, йөҙөнсө бит­кә тиклем уҡыйһы булма!” – тип киҫәтә. Йөрөп ҡайта­лар. Ярҙам итмәгән. Улдары һаман да комп алдында ултыра.
***
Спорттың иң ҡурҡыныс төрө – йөҙөү. Йөҙә белмә­һәң, үләһең.
***
– Олатай, ана теге ҙур ҡауынды алайыҡ.
– Кеҫә яғы һай бит әле, улым.
– Кеҫәгә һалмайбыҙ, кү­тәреп кенә ҡайтабыҙ.
***
Минең быуын сырҙан пласт­­масса һандар ала тор­ған ине.
***
Ҡайһы берҙә шул тиклем иремдең кәрәген биргем килә! Ләкин ярамай! Мин уның өсөн яуап бирәм. Миңә уны загста ҡултамғамды ҡуйҙырып бирҙеләр.
***
Балаларҙың девизы: "Әсә­йең ”юҡ” тип әйтһә – өлә­сәйеңдән һора!"
***
Ир өйөнә иртән ҡайта. Ишекте асыуы була, башына уҡлау эләгә. Ул һушына кил­гәс, ҡатыны илай-илай былай ти:
– Ғәфү ит инде, мин һинең төнгө сменала булыуыңды бөтөнләй онотҡанмын.
***
Элек, беҙ эш хаҡыбыҙҙы һәм путевка хаҡын иҫәпләп ҡарағас, үҙебеҙҙең ары­мауы­быҙҙы аңлай инек. Хәҙер, аҙыҡ-түлек хаҡын күргәс, үҙебеҙҙең ас түгел икәнлегебеҙҙе аңланыҡ.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: