+8 °С
Облачно
Көләмәстәр
2 Июля 2022, 10:15

У меня шылтырата

Атаһы, асыуланып:  Винни-Пух – Пятачокка: - Әй, сусҡа танау, кил әле бында, хәҙер мин һинең иманыңды уҡытам. Кисә һин миңә нимә бүләк иттең? Кәрәҙле телефон. - Ниндәй кәрәҙле?! Кисә мин унда ике сәғәт буйы соҡондом, бер ниндәй кәрәҙ ҙә, бал да тапманым. ***

У меня шылтыратаУ меня шылтырата
У меня шылтырата
- Морат, ни эшләп һинең географиянан башҡа бөтә фәндәрҙән дә "икеле"? 

Морат, башын эйеп:

- Сөнки географиянан әле һораманылар.

***
Урыҫ теле дәресендә:
- Рустем, телефон звОнит или звонИт???
- Белмәйем, Марья Ивановна, у меня шылтырата!
***
- Улым, һинең һымаҡ саҡта минең әсәйем да, атайым да юҡ ине. Сит кешеләрҙә үҫтем һәм йыш ҡына ашау ҙа эләкмәне.
- Уның ҡарауы, һин хәҙер беҙҙә йәшәйһең, һиңә рәхәт – көнөнә өс тапҡыр ашаталар...
 
Һүрәт: meme-arsenal.com
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас