+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Июль 2022, 16:00

Үәт, ҡыҙыҡ!

Балалар теш табибы кабинетына инә.– Теш алдырырға килгәйнем, – ти берәүһе.– Ә ҡалғандар бында нимә эшләй?– Ә улар минең нисек ҡысҡырғанды тыңларға килгән. ***

Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!
Ике ҡатын һөйләшә.
– Эй булдыҡлы ла инде ирем. Ике көнгә балыҡҡа китә лә, шул арала тотҡан балығын йә тоҙлап, йә туңдырып, йә консервалап уҡ алып ҡайта.
– Минеке лә шулай итә ине. Бөгөн «суртаны», һинән ауырлымын, тип шылтыратып ята…
* * *
Бер ир балыҡ ҡармаҡлап ҡайтҡас, ҡатынына:
– Үәт, әй, һаран кешеләр була ла инде! Егеттәр менән алдан, кем беренсе булып балыҡ тота, шул һыйлай, тип килешкәйнек. Нисек булған тип уйлайһың? Шакирҙың ҡармағы тартыла, ә ул иҫе лә китмәй ултыра. Ғарифтың да ҡалҡыуысы балыҡ эләгеүен хәбәр итә, ә ул күрмәмешкә һалыша. Үәт, һарандар!
– Ә һинекенә ҡаптымы һуң? – тип ҡыҙыҡһына ҡатыны.
– Мин алйотмо әллә? Ҡармаҡҡа селәүсен ҡуйып та торманым.
* * *
Ғилман дуҫына маҡтана:
– Үткән шәмбелә ҡоҙа менән ныҡ ҡына һыйланғанбыҙ. Ял көнө үҙемде яңы тыуған сабый кеүек хис иттем.
– Эсемлегегеҙ яҡшы бул­ғандыр…
– Юҡ. Мине баҡсалағы кәбеҫтә араһынан табып алғандар.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: