+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
6 Июль 2022, 13:00

Һин әллә алйотмо?

– Бөтөнләй сә­ләмәт кешеләр булмай.– Эйе, ундай­ҙар бар. Улар – призывниктар. ***

Һин әллә алйотмо?
Һин әллә алйотмо?

Рәсәйҙәге бөтә балиғ булған ир-егеттәр, енесе, йә­ше һәм граж­дан­лығы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, әрмелә хеҙмәт итеү йәки военкомға аҡса төртөү сифатында Ватан алдын­дағы бурысын үтәргә тейеш.
***
– Йәш кеше, һине әрмегә китә, тип әйтәләр.
– Профессор, тағы ла бер билет алырға мөмкинме?
***
Табиптар призывникты тикшерә:
– Ҡулыңа ни булды?
– Бармағымдан ҡан алдылар.
– Улайһа, ни өсөн ҡулың гипста?
– Ә мин бирмәнем…
***
Эштә ике хеҙмәткәр һөйләшә.
– Һиңә берәй ваҡыт баш тарта ал­маған тәҡдим яһағандары булдымы?
– Эйе.
– Һөйлә әле!
– Военкоматтан повестка килде, мин баш тарта алманым.
***
Егеттәр ме­ди­ци­на тик­шереүе үтә. Табип улар­ҙың береһенән:
– Алдыңдағы таблицаға нимә яҙыл­ғанын уҡы, – ти.
– Ниндәй таблица? Мин бер ниндәй ҙә таблица күрмәйем.
– Һәйбәт! Унда, ысынлап та, таблица юҡ. Строевой хеҙмәткә яраҡлы!
***
Саҡырыу комиссияһында призывниктан һорайҙар:
– Ниндәй ҙә булһа физик кәм­се­лектәрең бармы?
– Бар. Мин батыр түгелмен.
***
Саҡырыу комиссияһы. Военком һо­рай:
– Ҡайҙа хеҙмәт итергә теләйһең?
Призывник:
– Генераль штабта.
– Һин әллә алйотмо?
– Был мотлаҡмы ни?
***
Дуҫымды ауырлығы кәм булыу ар­ҡаһында әрмегә алманылар. Өҫтәүенә, ашҡаҙанында ла ниндәйҙер про­б­­ле­ма бар. Хәрби комис­сариатҡа аҡ билет алырға бар­­ғас, уға: "Һи­не әрмегә ал­май­быҙ, прин­тер­ҙың картриджын бул­һа ла зап­рав­ка­лап алып кил", – тигән­дәр. 450 тәң­кә аҡса­һын тотоноп, за­прав­ка­лаған. Хәҙер ул таҙа намыҫ ме­нән: "Мин әрме­нән 450 тәңкә түләп ҡото­лоп ҡал­дым", – тип һөй­ләй.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: