-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Июль 2022, 17:00

Ярай, ярамай

Менеджер Бүреханов Ев­ропаға ҡаршы үҙенең санкцияларын индергән: хәҙер ул виски урынына араҡы ғына эсә. ***

Ярай, ярамай
Ярай, ярамай

– Эсһәм, мин бер кемдән дә ҡурҡмайым!
– Ҡатыныңдан дамы?
– Ул көнгә төшкәнсе эс­кәнем юҡ әле...
***
Кисә мин күп эсмәнем. Кисә күп эсеүсе мин түгел ине инде.
***
Мин араҡыға "юҡ" тим, ә ул, ҡәбәхәт, тыңламай.
***
Предприятиеларҙың бе­реһен­дә ғәҙәттән тыш хәл булған: ярты ауылды һыу баҫҡан.
– Ялыуҙар күпме?
– Рәхмәт уҡып бөтә алмай­ҙар.
– Ниндәй предприятие һуң ул?
– Спирт заводы.
***
Магазинда ике ир, нимә­лер ҡараштырып, бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, һа­тыу­сы янына килә:
– Һеҙҙә алкоголһеҙ һыра бармы?
– Юҡ.
– Улайһа, ике шешә ара­ҡы.
***
Бала саҡта Ғәли – космонавт, Вәли – спортсы, ә Кәли эскесе булырға хыялланған. Һөҙөмтәлә тәүге икеһе эске­гә бирелгән, ә өсөнсөһө маҡ­­сатына өлгәшкән.
***
Мунса инер алдынан ара­ҡы – ярамай.
Араҡынан һуң мунсаға – ярай.
***
Ир эшкә китергә йыйына. Ҡатыны янына килеп, уның яңағынан супылдатып үбә лә, бер һүҙ ҙә әйтмәй сығып китә. Шунда уҡ кире әй­ләнеп инә:
– Ҡәҙерлем, иң мөһимен әйтергә онотҡанмын!
– Эйе, һөйөклөм.
– Мин ҡайтыр алдынан һыуытҡыстан һыраны сыға­рып ҡуйырға онотма.
***
– Мине аяҡтан йығыу өсөн бер рюмка араҡы етә.
– Булмаҫ!
– Ғәҙәттә был ун етенсе йәки ун һигеҙенсе рюмка була.
***
Төн уртаһында иҫерек ир өйөнөң ишеген шаҡый. Ҡа­тыны индермәй. Ир:
– Ас, мин донъялағы иң матур ҡатынға рауза сәскә­ләре алып ҡайттым.
Ҡатын, ишекте асып, ирҙе өйгә индерә.
– Ә сәскәләр ҡайҙа?
– Иң матур ҡатын ҡайҙа һуң?
***
Хәмер мейе күҙәнәктәрен үлтерә. Барыһын да түгел, ә эсеүгә ҡаршы тороусыларын ғына.
***
Хеҙмәт маймылдан кеше яһаған. Алкоголь барыһын да үҙ урынына ҡайтарған.
***
Эсеүҙе ташлағас, ҡаты­ным кире ҡайтты. Ҡыҙып киткәнмен, шайтан алғы­ры…
***
Мин ял көндәрендә эсмәй түҙә алыр инем, әлбиттә, ләкин бер аҙнаны икенсе­һенән нисектер айырырға кәрәк тә баһа.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас