

– Башы менән тәҙрәне ватыусыға һөжүм иткәне һәм таларға йыйынғаны өсөн биш йыл, ә ҡыуаҡтар араһына барып төшкәненә һигеҙ йыл бирергә мөмкин, теләһәгеҙ, уны ваҡиға урынынан ҡасырға маташҡаны өсөн дә хөкөм итеп була.
***
Тештәре булған кешеләр генә ауыҙын йырып көлә.
***
– Ҡәҙерлем, мин һиңә кисә, һин – донъялағы иң шәп егет, тип әйттемме?
– Юҡ.
– Бынағайыш! Кемгә әйттем икән, улайһа?
***
Аҡыллы кешеләр үпкәләмәй, шунда уҡ үс алыу планын ҡорорға керешә.
***
– Ой, Әҡлимә, күрешмәгәнебеҙгә ун йыл! Шул тиклем һимергәнһең, һине танырлыҡ та түгел.
– Әгәр борсаҡлы күлдәгеңде кеймәгән булһаң, мин дә һине танымаҫ инем.
***
Ике таныш ҡатын осраша.
– Ҡыҙың кейәүгә сыҡтымы?
– Сыҡты. Ире үҙен ярата, ҡиммәтле тундар бүләк итә, шифаханаларға йөрөтә, сит илдәргә осалар.
– Ә улың?
– Улымдың бәхете булманы, бер холоҡһоҙ ҡатын эләкте. Уға йә тун кәрәк, йә сит ил машинаһы таптыра, йыл да шифахана...
***
– Костюмдың нимәһелер күңелемә ятып бөтмәй, – тип иҫкәрмә яһай туй көнөндә ҡәйнә яңы өйләнгән кейәүенә.
– Икенсе тапҡыр, ҡәйнәм, мотлаҡ күңелеңә ятыр, – тип яуаплай дәрәжәһен төшөрмәй кейәү.
***
Сапёрҙар дипломды һатып алмай.
***
– Ғәли, һин ниңә бик моңһоу бөгөн?
– Иртәгә йәрәшкән ҡыҙымды кейәүгә бирәләр.
– Һин ни һөйләйһең?! Кемгә?
– Миңә...
***
Ире буфет ишеген асҡас:
– Ҡатын, быйыл һиндә нисә кеше диплом яҡланы әле?
– Һигеҙ.
– Был илдә бысағым да тәртип булмаясаҡ. Һигеҙ кеше яҡлаған, ә коньяктар алтау, улары ла өс йондоҙло ғына.
***
“Мин тормошта күп нәмәне күрҙем” тигән һөйләмде “Тәүлек әйләнәһенә интернетта ултырам” тип уҡырға кәрәк.