

-Ҡайһы ерегеҙ ауырта һуң?
-Ҡуҙғалып киткән автобусты йүгереп баҫтырып еткәнсе тыным тарыға.
***
-Ҡәҙерлем, тоҙ сәселһә талашҡа, тиҙәр. Ә мин тоҙ һауытын төшөрөп ебәрҙем.
-Һөйөклөм, ҡайғырма, бәлки, бер ни ҙә булмаҫ?
-Юҡ инде, мин талашырға әҙерләнеп бөттөм!!!
***
Полицияға яҙылған аңлатманан: “Ҡатыным үҙенең кейемдәрен ярлы, ас йәшәгән ғаиләләргә бирергә теләүен әйтте. Мин уның кейемдәре тура килгән кешеләрҙең ас йәшәүе мөмкин түгел, тип әйттем. Шунан башланды ла инде беҙҙең талаш”.
***
Хыялыңда ғына йөрөткән берҙән-бер мөхәббәтеңде табыуы ауыр түгел. Тик уны һуңынан ҡатыныңдан йәшереүе генә бик ҡыйын.
***
-Ҡәҙерлем, хәтерләйһеңме һин балыҡҡа барғайның?
-Эйе, ә нимә?
-Балығың шылтыратты. Ыуылдырығым бар, ти.