Ҡарға ергә ҡолап килеп төшә лә һушына килгәс, асыуланып:
- Бына, йүнһеҙ, бөтә мәҫәлде боҙоп ташланы.
Магазин. Сират. Бер туҡтауһыҙ шыңшыған балаһын ҡурҡытырға теләп, йәш әсә:
- Илауҙан туҡтамаһаң, һине бына был ағайға бирәм!Теге “ағай”, артына боролоп:
- Бик кәрәге бар ине, үҙемдекеләрҙән баш ҡатҡан!
- Йә, һөйләп ебәр әле, улым, мәктәптә ниндәй уңыштарға ирештең?
- Уңыштар иҫ киткес, атай! Бишенсе синыф менән төҙөгән контракт йәнә бер йылға оҙонайтылды!
- Һеҙҙең иң ҡурҡҡан нимәгеҙ?
- Ҡараңғылыҡ һәм теш табиптары.
- Теш табиптары аңлашыла. Ә ҡараңғылыҡтан ни эшләп ҡурҡаһығыҙ?
- Ә һеҙ беләһегеҙме ҡараңғылыҡта күпме теш табибы ҡасып ултырырға мөмкин?