+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Июль 2022, 17:30

Көлгәнгә – көлкө

Миңә элекке эшем оҡшай ине, ләкин ҡатыным, ғүмер буйы диван шоферы булып эшләү мөмкин түгел, тине. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Яр буйынан төшөнкөлөккә би­релгән ир китеп бара. Ҡайғы­һы­нан ҡиммәтле француз шарабын шешә ауыҙынан һемерә... Янына бер ҡарсыҡ килә.
– Улым, эсеп бөткәс, шешәңде ташлама...
– Әбей, был бит француздар­ҙыҡы, беҙҙә ундайҙарҙы алмай­ҙар.
– Францияға барғас тапшырырмын әле...
***
Иң ҡыйыны – ҡатын-ҡыҙға эшкә урынлашыу. Барыһына ла утыҙ йыллыҡ эш тәж­рибәһе, ике юға­ры белеме һәм үҫеп бөт­кән балалары булған ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар кәрәк.
***
– Ғәли Ғәлиевич! Мастер Баси­ровтың шелтәләрен яҙырға урын ҡалманы, картаһы туп-тулы.
– Яңы бит өҫтә. Юҡ-бар өсөн генә һәйбәт эшсене эштән ебәреп булмай ҙа баһа.
***
Ҡатын-ҡыҙ булыу еңелерәк: саҡ ҡына холҡоңдо күрһәтһәң – бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй­һең. Ир-ат булыу ауырыраҡ: саҡ ҡына холҡоңдо күрһәтһәң – ас ҡалаһың.
***
– Миңә ирҙәр килһә – бөтә күршеләр ҙә белә! Өйөмә төшһә­ләр – барыһы ла ҡаты йоҡла­ған!
***
Бер әбей йә­шелсә магазинында һатыу­сыға әйтә:
– Биш кило картуф алырға ине, өйгә алып ҡайтып еткерә алмам тип ҡур­ҡам.
– Алығыҙ, ал, әбей, – тип ты­ныс­ландыра уны һатыусы, – мин һеҙгә күтәрә алырлыҡ итеп биш кило үлсәп бирермен.
***
Синоптиктар бер тапҡыр ғына яңылыша... Ләкин көн һайын...
***
Төнгө сәғәт бергә тиклем ҡапҡа төбөндә эскәмйәлә һөйләшеп ултырған кешеләр шул ҡәҙәр асыуымды ҡабарта! Уларҙың Интернеттары юҡмы икән ни?
***
Туп шайбаға зарлана:
– Тормошом ауыр минең, һауа тултыралар ҙа аяҡтары менән типкеләйҙәр ҙә типкеләйҙәр.
– Ә һин күберәк ҡапҡаға элә­гергә тырыш, ул саҡта ҡул­да­рында ғына йөрөтөрҙәр.
***
– Нимә ауырыраҡ: бер килограмм мамыҡмы әллә тимерме?
– Юҡ менән башты ҡатырма, килограмм – килограмм инде ул.
– Шулай тиһеңме? Улайһа аяғыңа башта бер килограмм мамыҡ, һуңынан бер килограмм тимер төшөр...

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: