-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
24 Июль 2022, 13:00

Ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

Бындай хәлдең беҙҙең илдә генә булыуы ихтимал: эштә ултыраһың һәм ҡайҙа аҡса эшләргә икән тип уйлайһың... ***

Ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!
Ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

Кисә “Аҡса ал!” акцияһында ҡатнаштым. “Аҡса” тип яҙып, смс ебәрҙем. “Аҡсағыҙҙы алдыҡ. Ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!” – тигән яуап килде.
***
Рәсәй ирҙәре ирәүән йәшәй: ағас үҙе үҫә, улды ҡатыны таба, йортто тажиктар һала...
***
Араҡы беҙҙә дәүләтте дәү­ләт итеүсе сәнәғәт. Беренсе сиратта уны көрсөктән ҡот­ҡарырға кәрәк. Араҡы етмәй башлағас, Советтар Союзы­ның тарҡалыуын хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ.
***
Кредит тураһындағы рекла­маларҙы киреһенсә уҡырға кәрәк: “Кредит ал! Проблемаң юҡ!” – “Проблемаң юҡ! Кредит ал!”
***
Бюджет – кешеләргә тәғә­йен­ләнгән аҡса ул. Билдәле булыуынса, чиновниктар үҙҙә­ренән башҡа бер кемде лә кешегә һанамай.
***
Әгәр колбасала ул ГОСТ буйынса эшләнгән тип күрһә­телһә, уның 10700-97-се ГОСТ түгелме икәнлеген тикше­регеҙ: “Ҡағыҙ һәм ҡатырға макулатураһы”.
***
– Мин үҙемдең элекке эшем­де шул тиклем һағы­нам...
– Элек һин ҡайҙа эшләнең?
– Бер ҡайҙа ла...
***
Беҙ һәйбәт йәшәй башла­ған­быҙ икән дә баһа, ләкин был хаҡта белмәгәнбеҙ, сөнки бер йыл инде телевизор ҡарағаныбыҙ юҡ.
***
Бер ирҙе законһыҙ урман ҡырҡҡан өсөн тотҡандар һәм биш йылға законлы урман ҡырҡыуға хөкөм иткәндәр.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: