+16 °С
Облачно
Көләмәстәр
26 Июля 2022, 10:00

Ошо эҫеләме?

Ҡатыны – ялға яңғыҙы ғына китергә йыйынған иренә:– Ниңә балдағыңды кеймә­нең?– Ошо эҫеләме? ***

Ошо эҫеләме?Ошо эҫеләме?
Ошо эҫеләме?

Ир машинаһын иҫ киткес матур тәбиғәтле урында туҡтата. Ҡатыны автомобилдән сыға.
– Ниндәй пейзаж! – ти ул, һоҡланып. – Бындай матур­лыҡ­тан мин хатта телдән яҙам!
– Улайһа, беҙ ялды ошонда үткәрәсәкбеҙ!
***
Бер нәмә эшләмәһәң дә, барыбер ялға китергә кәрәк.
***
Иртәнге сәғәт етелә эшкә тороу – яза... Сит илгә ял итергә китер өсөн сәғәт дүрттә тороу – аңлата ал­маҫлыҡ шатлыҡ!
***
Ауылға барҙым, шунда уҡ бесәнлеккә саптым. Бесән өҫтөнә һикерҙем. Мин шулай итеп олатайымдың әллә ҡасан юғалтҡан һәнәген таптым.
***
– Сәләм! Нисек ял иттең?
– Шәп! Аҡса йыйып, Сейшел утрауҙарына барҙым, һыу индем, ҡояшта ҡыҙындым, күңел астым... Ә һин?
– Мин дә шәп! Өйҙә ял ит­тем. Һин эшләгәндең бары­һын да эшләнем, тик тағы ла бәшмәк йыйҙым.
***
Кисә пляжда булдым. Баҡ­тиһәң, ауырлы ир-аттар ҡа­тын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ла күберәк икән!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас