-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Июль 2022, 11:00

Көлгәнгә – көлкө

Ҡатыны – иренә:– Кисә һин машинаға кемдәрҙе ултыртып йөрөнөң?– Үҙебеҙҙең директорҙы һәм уның урынбаҫарын.– Уларҙың кемеһелер пудраһын онотоп ҡалдырған бит. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Күршем, мин һеҙгә инеп, йыш ҡына Мәскәүгә шылтыратам. Һөй­ләшеү­ҙәрҙең хаҡын иҫәпләп бир әле…
– Һуң бит барыбер түләгәнең юҡ…
– Күпме аҡсам янда ҡалғанын белергә ине.
***
Ҡатыны – иренә:
– Ҡара һин уны, үҙен вегетарианға һанай, үҙе күрәләтә ит ашап ултыра.
– Ҡуян ите бит был, ә ул кәбеҫтә ашап үҫә.
***
– Парижды күрергә ине, – тип хыял­лана бер ҡатын, – шунан һуң тыныс­ланып үлергә лә булыр ине.
– Яҡшы, барырһың, – ти ире, шат­ланып. – Ләкин һүҙеңдә торасағыңа ант ит.
***
Ике әбей урманда бәшмәк йыйып йөрөй.
– Ҡара уны, ағыулыларын йыя күрмә, – ти береһе икенсеһенә.
– Ҡайғырма, мин уларҙы үҙем аша­майым, баҙарға һатырға алып сығам.

***
Йәш хужабикә – иренә:
– Мин йомортҡаларҙы инде ярты сәғәт бешерәм, ә уның ҡабығы һаман ҡаты.
– Ҡарт тауыҡтыҡы эләккәндер...
***
Милицияға илап бер ҡатын килеп инә:
– Ирем юғалды!..
– Был хәл ҡасан булды?
– Бер аҙна элек.
– Ә ниңә бөгөн генә иҫегеҙгә төштө һуң?
– Бөгөн бит уның эш хаҡы ала тор­ған көнө.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: