Дельфиндар, маймылдар, кешеләр – иң аҡыллы хайуандар. Беренселәре диңгеҙҙә бөтәһенән дә яҡшыраҡ йөҙә, икенселәре емеш-еләкте бөтәһенән дә һәйбәтерәк ашай, ә өсөнсөләре бер ай диңгеҙҙә йөҙөр һәм емеш-еләк ашар өсөн 11 ай буйына бил бөгә.
***
Бөгөн үҙ диваныңда ял итеү генә ҡиммәткә төшмәй.
***
Ялда мин беҙҙең олигархтар кеүек йәшәмәксе булдым. 15 секундтан аҡсам бөттө...
***
– Миңә ялға китергә ғаризама ҡул ҡуйығыҙ әле.
– Әгәр эштә кәрәгегеҙ сыҡһа?
– Улайһа, ошо номер буйынса СМС ебәрегеҙ, ҡайтҡас, мотлаҡ уҡырмын.
***
– Мин ял итергә теләйем.
– Әле генә ялдан сыҡтың да баһа?!
– Мин кире теләйем!
***
Яңы обой һәм ламинат түгел, ә шорты һәм панамка һатып алыу – ысын ял ул.