Шәмбе – аҙнаның иң ауыр көнө. Ял итергә лә, йоҡо туйҙырырға ла, урамда йөрөргә лә, эсергә лә кәрәк. Ҡайһыһынан башларға ла белеп булмай.
***
Яуап алыуҙа:
– Юғары белем тураһындағы дипломды ҡайҙан һатып алдың?
– Юлдан табып алдым.
– Юлдан үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙ яҙылған диплом таптым, тип раҫлайһығыҙмы?
– Тап шулай.
– Бындай тап килеүҙе нисек аңлатаһығыҙ?
– Был тап килеү түгел. Мин паспортты һуңынан һатып алдым...
***
– Күҙ алдыңа килтерәһеңме, ҡыҙым миңә бер нәмә лә һөйләмәй. Мин бик борсолам.
– Мин дә. Минеке барыһын да һөйләй...
***
Үҙеңдең тормошоңдо ҡатмарлаштырыуҙан да ябайыраҡ нәмә юҡ.
***
– Ҡәһәр һуҡҡыры! Тормошомдо боҙҙоң! Йәшлегемде һинең өсөн әрәм иттем!
– Ҡыҙым, дипломың менән һөйләшеүеңде туҡтат.
***
Улдары армиянан ҡайта. Ата-әсәһенең шатлығы эсенә һыймай.
– Әсәһе, ҡара әле, – ти атай кеше, – улыбыҙ, буй етеп, мыҡты кәүҙәле, үҙ аллы эш итерлек егет булып ҡайтҡан да баһа.
Улдарының тәҙрә аша үтеп барыусы ҡыҙҙарҙы күҙәтеп ултырыуын күргән әсәһе:
– Улыбыҙ ҡыҙҙарға ла күҙ һала башлаған, – тип һөйөнә.
Ә егет ҡыҙҙарҙың артынан:
– Салбарҙары үтекләнмәгән, яғалары тегелмәгән, сәстәре яҡшы итеп таралмаған һәм атлауҙары ла дөрөҫ түгел, – тип ҡуя.
***
Бер баш яҡшы, ә икәү – тағы ла яҡшыраҡ. Атлы милиция бына шулай барлыҡҡа килгән.
***
Баҙарҙа бер әбей әтәс һата.
– Күпмегә бирәһең?
– 50 мең.
– Ҡиммәт тә баһа?
– Тиҙ арала аҡса кәрәк.
***
– Официант! Һеҙ килтергән ашта кемдеңдер ҡолаҡ аппараты йөҙә.
– Ғәфү итегеҙ, нимә-нимә?