

Эскесе табип янында:
– Доктор, миңә һаман да бер тамсы ла араҡы эсергә ярамаймы?
– Ярамай, был хаҡта бер йыл элек ентекләп һөйләгәйнем бит!
– Шул ваҡыттан бирле медицина сәпсим алға китмәнеме ни?
***
Ире эштән ҡайтып инеүгә эте өрә башлай.
– Ҡыҙыҡ, – ти ире, ҡатынына мөрәжәғәт итеп, – бөгөн быға минең турала нәмәләр һөйләнең тағы?!
***
Магазинда:
– Әбей, һин был аҡсаға бер нәмә лә һатып ала алмайһың, сөнки ул – ялған.
– Әйбер алырға уйлағаным да юҡ әле, миңә аҡсаны ваҡлатырға ғына кәрәк.
***
Ике ир һөйләшә:
– Бөтә аҡсамды ҡатыным алып китте, тинен дә ҡалдырманы.
– Ә минеке аҡсаны ла алды, үҙе лә китмәне.
***
– Үҙең айырылышырға йыйынаһың, ә үҙең ҡатыныңа яңы күлдәк алғанһың.
– Яңы күлдәгем булмаһа, судҡа бармайым тип ҡурҡыта бит.
***
Ҡунаҡта ултырғанда ҡатыны иренә шым ғына:
– Исмаһам, берәй мәҙәк һөйлә, алтын тештәремде берәү ҙә күрмәй ҡала бит, – ти икән.