+20 °С
Ясна
Көләмәстәр
26 Август 2022, 11:00

О, братан!

Әсә балаһын мәктәпкә оҙа­та:– Телефоныңды алдыңмы?– Алдым.– Навигатор алдыңмы?– Алдым.

О, братан!О, братан!
О, братан!

– Ноутбук алдыңмы?
– Алдым.
– Йә Хоҙай, беренсе кластан уҡ күпме әйбер йөрөтөргә ҡу­шалар...
***
Поликлиникала өс йәшлек Светлананың ишетеү һәләтен тикшерәләр. Табип бышылдап:
– Кәнфит.
Светлана бышылдап:
– Миңә ярамай, аллергия...
***
Әсә менән малай урамда аталарының танышын осрата. Һаулыҡ алышалар. Малай уңай­­һыҙлана. Әсә:
– Ағай менән күреш, атайың дуҫтары менән нисек күреш­кәнен оноттоңмо ни?
Малай башындағы кепкаһын ергә бәрә лә, ҡулдарын йәйә:
– О, братан, кемде күрәм!

Ә. ХӘЛИТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас