+14 °С
Болотло
Көләмәстәр
27 Август 2022, 10:00

Көлгәнгә – көлкө

Бер етәксенең секретаршаһы әхирәтенә зарлана:– Өсөнсө көн яҡут ташлы муйынса бүләк иткәйне, кисә – шәшке тун, ә бөгөн кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны.– Ҡара, ҡәбәхәт, әҙәм аҡтығы, һинән аҡсаһын ҡыҙғана башлаған бит был, – тигән әхирәте. ***

Көлгәнгә – көлкөКөлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Антиквариат магазинында:
– Иҫ киткес портреттар! Людовик ХVI дәүерендәге костюмдағы ханым менән был әфәнде кемдәр? – ти бер ҡатын.
– Ата-бабалар, – ти һатыу­сы.
– Кемдең ата-бабалары?
– Портретты һатып алһа­ғыҙ, һеҙҙеке буласаҡ.

* * *
– Принцтар юҡ, беҙгә тиклем тик аттары ғына килеп етә...

* * *
SМS-хәбәр:
«Ильяс, олатайыңа, ҡарт ишәк, тип исем атауыңды туҡтат. Ул һине IP аша асыҡланы. Өләсәйең».

* * *
Банкыны талағандан һуң ике бур:
– Шунан, хәҙер һанайбыҙмы, әллә телевизорҙан әйткәндәрен көтәбеҙме?

* * *
Ҡатыны – иренә:
– Ҡара әле, беҙҙең ванна ниндәй насар. Әйҙә алмаштырайыҡ!
Алмаштыралар.
– Ишектәребеҙ ҙә бигерәк иҫке.
Алмаштыралар.
– Тәҙрәләребеҙҙе лә күптән алмаштырырға ваҡыт.
Алмаштыралар.
– Беҙҙең һыуытҡысыбыҙ ҙа ныҡ иҫкергән икән.
– Ә һин үҙеңә ҡарағаның бармы?! – тигән ире.

* * *
Аҡыллы кешеләр бик иртә, иҫәр саҡта, өйләнә.

* * *
– Инсаф, һине бик матур һәм аҡыллы ҡыҙға өйләнгән тип ишеттем, – ти танышы.
– Кем әйтте?
– Ҡатының!

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас