+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Август 2022, 17:30

Көлгәнгә – көлкө

Ир махмурҙан сирләп төп­һәлә ултыра, уйсан ғына тә­мә­ке көйрәтә, ҡатынының картуф ҡаҙыуын күҙәтә.– Эйе... Һин миңә малай табып бирмәнең... Хәҙер ярҙам итер ине...– Әлбиттә... Хәҙер парлашып тәмәке тартыр инегеҙ. ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Ныҡ ябыҡҡанһың! Ниндәй диета ул?
– Картуф, сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡ...
– Бешерергәме әллә ҡыҙ­ҙы­рырғамы?
– Утарға!
***
Судья:
– Хәҙер, ғәйеплә­неү­се, фа­тирға төшкәс ни өсөн әйбер­ҙәр­ҙе һәм аҡсаны ғы­на алыуы­ғыҙ, ә гәүһәр кол­лекция­һына тей­мәүе­геҙ тура­һында һөй­ләг­еҙ.
Ғәйепләнеүсе:
– Мине мыҫҡыл итеүе­геҙҙән туҡтағыҙ. Ҡаты­ным да ошо һо­рау ме­нән йәнемә тейә.
***
Һалмыш ир автобусҡа инә. Кондуктор юл хаҡын түләүҙе талап итә башлағас, аҡсаһы юҡлыҡҡа һылтана.
– Араҡыға тапҡанһың бит.
– Дуҫым һыйланы.
– Ә ни өсөн юлға бирмәне?
– Ни эшләп бирмәһен... – Ир кеҫәһенән ярты сығара.
***
Ике йыл буйы аҡса йыйғас, иҫкеһен сығарып ташлап, яңы комп алдым. Интернетҡа то­таштырғайным, унда... шул уҡ нәмәләр...
***
– Бер егет менән таныштым. Өс айҙан һуң бергә йәшәй башла­ныҡ. Фатир хаҡын ур­таҡ түләйбеҙ. Бер йылдан һуң фатирҙың уны­ҡы икәнлеген белдем.
***
Балаһы ауырығас, әсә табипты өйгә саҡыра. Участка табибәһе урынына бәһлеүән ир-ат килә. Һүҙһеҙ генә баланы ҡа­рағас, рецепт яҙа ла китергә йыйына. Әсә:
– Әйтегеҙ әле, балаға манго һуты эсерергә яраймы?
– Манго негрҙар һәм маймылдар өсөн. Беҙҙекеләргә – алма һәм кишер.
***
Судта ирҙән һорай­ҙар:
– Айырылышыуығыҙҙың сә­бәбе нимәлә?
– Беҙҙең ҡыҙыҡһыныуҙар төрлө. Ҡатыным ирҙәр менән ҡыҙыҡһына, ә мин ҡатындар менән.
***
– Элек мин теннис, футбол, хоккей, шахмат уйнай инем. Улым компьютерҙы ватҡас, барыһы ла бөттө.
***
Ғаиләле һәр ирҙең төп бурысы – даими аҡса индереү һәм сүп-сар биҙрәһен сыға­рыу.
***

Ейән – олатаһына:
– Пенсияңдан биш мең һум аҡса биреп тор әле, мин үҙем­декенән ҡай­та­рыр­мын.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: