+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Август 2022, 15:00

Үҙең көл...

Ауылда балалар баҡсаһы асылғас, хәбәрсе бер малай менән һөйләшә.– Иртән нимә ашаталар?– Бәләңге.

Үҙең көл...
Үҙең көл...

– Төшкөлөккә?
– Бәләңге.
– Өйгә ҡайтып китер алдынан?
– Вәт бел бәйләнсек! Оло башың менән шуны ла бел­мәйһеңме ни? Бәләңге инде, бәләңге!
***
Журналист чабан менән әң­гәмәләшә.
– Һәр һарыҡтан күпме йөн алаһығыҙ?
– Ағынанмы әллә ҡара­һы­нанмы?
– Әйтәйек, ҡараһынан.
– Ике килограмм.
– Ә ағынан?
– Унан да ике килограмм.
– Сәйер кеше һеҙ... Йә, ярай... Ә бер һарыҡ күпме ҡатнаш аҙыҡ ашай?
– Ағымы әллә ҡараһымы?
– Мәҫәлән, ҡараһы?
– Бер килограмм.
– Ә ағы?
– Ул да бер килограмм.
– Һеҙ нимә, әллә көләһе­геҙме? Бер төрлө булғас, ниңә уларҙы аҡҡа, ҡараға айыра­һығыҙ?
– Һуң ҡаралары минеке лә баһа!
– Ә-ә-ә! Бына нисек икән. Аҡтары кемдеке?
– Улары ла минеке!
***
Журналист башта статья өсөн аҡса ала, ә һуңынан аҡса өсөн статья ала.
***
Ике журналист балалар баҡсаһы ҡаршыһында туҡтап, газондағы күләүектәге быс­раҡ­ты иптәштәренә бәреүсе малайҙы күҙәтә. Биш минут күҙәтәләр, ун минут... Жур­налистарҙың береһе кеҫә­һе­нән ҡулъяулыҡ алып, йәшлән­гән күҙҙәрен ҡорота ла:
– Ғәфү ит, күңелем тулып кит­те, – ти. – Бала сағымда мин дә хас уның кеүек инем!
***
Журналист танылған рәс­самдан интервью ала.
– Тәүге шәхси күргәҙмәгеҙ менән әле булһа ғорур­лана­һығыҙмы?
– Юҡ. Музейҙан картинамды урлағандары өсөн шатланып бөтә алмайым!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: