+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
2 Сентябрь 2022, 17:00

Үәт, ҡыҙыҡ!

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн квитанция алған һайын башҡа шундай уй килә: "Калашников автоматы хәҙер күпме тора икән?" ***

Үәт, ҡыҙыҡ!
Үәт, ҡыҙыҡ!

– Һеҙ нимә эшләргә йыйы­наһығыҙ? Китеп барғанда автобустан һикерергә ярамай!
– Мин дауаханаға ашығам!
– Дауаханаға? Улайһа, ярай...
***
Сувенир – үҙегеҙ бер ҡасан да һатып алмаған әйбер ул.
***
– Сәлим, иртәгә ҡәҙәр иң яҡын дуҫыңа 1 мең һум аҡса биреп тора алаһыңмы?
– Алам, әлбиттә, тик минең ундай дуҫым юҡ.
***
Урам уртаһында ике кеше әрләшә:
– Һин – кәзә тәкәһе!
– Кәзә тәкәһенән ишетәм.
Яндарынан үтеп барыусы:
– Бер туғандар булғас, ниңә әрләшәһегеҙ?
***
Вагон ҡараусы:
– Сәй, кофе, араҡы?
Пассажир:
– Һеҙҙәге коктейль бигерәк сәйер икән...
***
Буласаҡ һа­тыусылар имтихан тапшыра.
– Бер килограмда нисә грамм?
– Пакет ме­нән бергә 800 грамм.
***
– Ирем футбол менән ма­уыға. Һәр йәк­шәмбе һайын дуҫтары менән уйнай. Кисә лә уйнанылар. Арып ҡайт­ты, кәйефе юҡ. Отол­ғандар... Һуңғы тиндәре­нә ҡәҙәр.
***
Күршеләр бөтөн­ләй шашты! Төнгө сәғәт өс, ә улар батарея шаҡылдата! Ярай әле, йоҡла­май, гармунда уйнай инем!
***
Асыуы алҡымына тығылған ир өйгә ҡайта:
– Мин барыһын да беләм!
Ҡатыны шунда уҡ телгә ки­лә:
– Әйт әле, Ағиҙел йылғаһы­ның нисә ҡушылдығы бар?
***
– Йылдар үтеү менән беҙ ҡа­тыным менән бер төрлө уйлай башланыҡ.
– Ул ҡатындар тураһында уй­лаймы ни?
***
Советтар Союзының аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә лә тәмде арттырғыстар файҙаланыл­ған. Улар "дефицит" һәм "сират" тип аталған.
***
Бер ҡатын икенсеһенә:
– Ул миңә, тағы ла бер тап­ҡыр хыянат итһәң, атылып үләм, тине. Шунан бирле уға бер ни ҙә һөйләгәнем юҡ. Уны үлемдән ете мәртәбә ҡотҡа­рып ҡалдым...

Р. МӨСЛИМОВ йыйҙы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: